Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Ноябрь , 12:40

КҮҘ ЙӘШТӘРЕ КИПМӘҺӘ ЛӘ ЙӘШӘРГӘ КҮНЕГӘБЕҘ

Беҙҙең быуын өсөн иң ғибрәтле һуғыш – миллионлаған ҡорбаны булған Бөйөк Ватан һуғышы ине. Сөнки беҙҙең күптәребеҙҙең олатайҙары шул һуғышта ятып ҡалған, хәбәрһеҙ юғалған, ғәрипләнеп ҡайтҡан… Нисек кенә булһа ла, беҙ илебеҙ – Советтар Союзының был ҡәһәрле һуғышта еңеүе менән бәхетле инек… Афған һуғышы беҙ мәктәпте тамамлап һөнәр һайлаған йылдарға тура килде һәм беҙҙең быуынға кейәү булырға тейешле әллә күпме кәләштәрҙе аҫыл егеттәрҙән мәхрүм итте… Инде уныһынан ҡотолоп, яралар уңала башлағайны, Чечен конфликты… беҙҙең ҡустылар быуынына төштө. Күрәсәкме? Тәҡдирме? Барыһы ла йөрәк аша үтте бит… Ят ҡайғы булмай, юғалтыуҙар беҙҙе яҡынайтты. Ләкин, өҙөлгән ғүмерҙәрҙе кире ҡайтарып булмай шул. Күҙ йәштәре кипмәһә лә йәшәргә күнектек беҙ. 11 декабрҙә Рәсәй ғәскәрҙәренең Чечен Республикаһы биләмәһенә “конституцион тәртип урынлаштырырға” инеүенә, йәғни беренсе Чечен һуғышы башланыуға 30 йыл тула. Ошо уңайҙан Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Чечен һуғышы ветераны, өлкән сержант Фаил Фәйез улы Булғаиров менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

КҮҘ ЙӘШТӘРЕ КИПМӘҺӘ ЛӘ ЙӘШӘРГӘ КҮНЕГӘБЕҘ
КҮҘ ЙӘШТӘРЕ КИПМӘҺӘ ЛӘ ЙӘШӘРГӘ КҮНЕГӘБЕҘ

Ул Күгәрсен районында тыуһа ла, бала һәм үҫмер сағы Ишембай районында үтә. Урта мәктәпте тамамлағас Наумовка ауыл хужалығы техникумында уҡый. 1998 йылдың көҙөндә армия сафтарына алына. Бала сағынан диңгеҙсе (моряк) булырға хыялланһа ла, Омск ҡалаһының 242-се һауа-десант ғәскәрҙәренең уҡыу үҙәгендә механик-водитель һөнәрен үҙләштерә. Ярты йыл әҙерлек үткәс 106-сы гвардия һауа-десант дивизияһының 119-сы парашют менән йөрөүсе десант полкының разведротаһы махсус подразлелениеһына эләгә. Илле кешенән 15 кешене һайлап алалар. Башта Нарофоминск полигонында көнө-төнө күнекмәләр үтәләр. Ауылда үҫкән егет өсөн был күнекмәләр артыҡ ауыр бирелмәй. Сөнки ул мәктәптә уҡығанда уҡ үҙҙәренең ауылынан алып өләсәйҙәре йәшәгән ауылға тиклем бындай араны йыш үткән булған. 1999 йылдың 16 авгусында полкты Дағыстанға ебәрәләр. Ә Фаил хеҙмәт иткән подразделение тороп ҡала. Һуңынан 400 һалдат һәм 500 тирәһе контрактниктарҙы ла башта Дағыстанға, артабан Кизлярға алып китәләр.

– Кизлярға барып төштөк. Марш менән тәүге Чечен һуғышында ер менән тигеҙләнгән Беренсе Май ауылына барып төпләндек. Шунда башланды ла инде, беренсе алыш 5-7 минут дауам итте, – тип хәтерләне ул көндәрҙе Фаил Фәйез улы.

Шул арала минең унан “һуғышҡа ебәрәсәктәрен ҡасан аңланығыҙ?” -тигән һорауыма: “Китер алдынан төрлө дата менән өйгә 20 хат яҙҙыҡ”, тине ул.

– Атыш тауышы башланғас мин ҡурҡманым тип әйтмәйем, ҡурҡтым, - тип дауам итте һүҙен әңгәмәсем. – Ләкин беҙҙе күнекмәләрҙә атыу тауышы ниндәй йыраҡлыҡта ишетелә, ниндәй ҡоралдан аталар – ентекле айырырға өйрәттеләр. Шунда уҡ үҙемде ҡулға алдым. Яйлап барыһына ла күнектек. Рота командиры Булат Жархунбай улы Журабаевҡа рәхмәт. Беҙҙе Афған һуғышы һәм Беренсе Чечен һуғышын үткән офицерҙар әҙерләне. Шулай уҡ мәктәптә физкультуранан уҡытҡан элекке десантник Рәлиф ағайҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Ватансылыҡ тойғоһо ла, беҙҙе ир-егет итеп тәрбиәләү ҙә мәктәптә уҡығанда уҡ башланған бит. Шуға ла беҙ һуғыш шарттарында һыуыҡҡа ла, аслыҡҡа ла, бысраҡҡа ла сыҙай алдыҡ һәм билдәһеҙлектән ҡойолоп төшмәнек. Әммә, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Фәҡәт командирҙарыбыҙҙың ныҡлы тәртип булдырғаны өсөн беҙ – үҙебеҙҙең подразделение юғалтыуһыҙ сыҡты. Беҙҙе оҙата килгән 6-сы рота, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ятып ҡалды. Ул егеттәр менән беҙ туғанлашып бөткәйнек. Мин уларҙы һеҙҙе күргән һымаҡ күреп йөрөнөм.

“Һеҙҙең өсөн һуғыш ҡасан тамамланды?”, – тип төпсөнәм.                   

– 1999 йылда Гудермесҡа табан ҡуҙғалдыҡ. Шунда мина шартлап контузия алдым. Буйнакск госпиталендә аңыма килдем. Аҙаҡ Новороссийск гарнизонына ебәрҙеләр. 25 ғинуарға тиклем ял бирҙеләр. Үҙебеҙҙекеләрҙән 21-се кеше булып ҡайттым..., – шундай яуап ҡайтарҙы тамаҡтағы төйөрөн йотоп әңгәмәсем.

Әлбиттә, ут эсененән сыҡҡан кешегә тыныс тормошҡа өйрәнеп китеүе еңел булмай.

– Эскелек йәйелгән ауыр йылдар, күпме егеттәр һуғыштан тере ҡайтһалар ҙа, шул сәбәпле әрәм булдылар. Стәрлетамаҡҡа килгәндә, Александр Подобный мәрхүм Чечен конфликтында ҡатнашыусылар мәнфәғәте файҙаһына матур эштәр алып барҙы, был эште хәҙер Илдус Мәнәпов дауам итә. 2002 йылда Фәнүр Дәүләтбаев менән таныштыҡ. Ҡалала беҙҙе беләләр. Чечен һуғышын үткән егеттәр менән аралашып, кәрәк саҡта ярҙам итешеп йәшәйбеҙ. Ҡайтҡас юғары белем алдым, өйләндем. “СНХЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә смена начальнигы булып эшләйем, – ти Фаил был йәһәттән.

Ошо урында нөктә ҡуйырға ла булыр ине. Ләкин минең һуғыш менән күҙгә-күҙ осрашҡан егеттән әлеге махсус хәрби операцияға булған мөнәсәбәтен дә белгем килде.

– Мин уларҙың беҙгә килеп етеүҙәрен теләмәйем. Махсус хәрби операция башланыу менән ҡулға ҡорал алып сафҡа баҫырға уй бар ине, әммә, сәләмәтлегем арҡаһында килеп сыҡманы. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Кемдер илде һаҡларға тейеш бит. Ата-бабаларҙан килгән аманат. Мин үҙемдә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән әсәйемә, өләсәйҙәремә, олатайыма, ағайыма, класс етәксем Гөлшат апай Байбулдинаға, уҡытыусым Рәлиф ағайға бик рәхмәтлемен. Был һуғыш күпме барыр – әйтеүе ауыр, дошмандың тамырҙарын ҡороторға кәрәк! – тип тамамланы ул һүҙен.

...Беҙ һәр ваҡыт формалағы ир-егеттәрҙе ихтирам итәбеҙ. Ысынлап та, Фаил Фәйез улы Булғаиров һымаҡ “ҡыҙыу нөктәлә” булып, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәгән ысын ир-аттар булғанда күгебеҙ аяҙ, тормошобоҙ тыныс дауам итер.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотоһы.

КҮҘ ЙӘШТӘРЕ КИПМӘҺӘ ЛӘ ЙӘШӘРГӘ КҮНЕГӘБЕҘ
КҮҘ ЙӘШТӘРЕ КИПМӘҺӘ ЛӘ ЙӘШӘРГӘ КҮНЕГӘБЕҘ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: