Ашҡаҙар
+27 °С
Облачно
Хәтер
7 Мая , 06:25

ТАУҘАРҒА ҒАШИҠ ШАҒИР

Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына – 85 йыл Ишембай районы –  республикала иң күп яҙыусылар  һәм шағирҙар сыҡҡан район булараҡ билдәле. Ә бына Ғүмәр ауылында Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин һәм Салауат Кәримов тыуып үҫкән. Һуңғыһы әле лә сафта. Тик бөгөн һүҙем ошо көндәрҙә тыуыуына 85 йыл туласаҡ Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин хаҡында.

ТАУҘАРҒА ҒАШИҠ ШАҒИРТАУҘАРҒА ҒАШИҠ ШАҒИР
ТАУҘАРҒА ҒАШИҠ ШАҒИР

Колхозда ла эшләй, директор ҙа була

Ул 1941 йылдың 12 майында Ишембай районының Ғүмәр ауылында тыуған. Һигеҙ класты тамамлағас, колхозда эшләй. 1965 йылда зооветеринария техникумын тамамлап, "Коммунизм" колхозында баш зоотехник, партком секретары вазифаларын башҡара. Башҡорт дәүләт университетында белем алып, 1969 йылда Әхмәр урта мәктәбендә директор булып эшләй башлай.  1973 йылда РСФСР Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында ғилми хеҙмәткәр, 1977 йылда “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире урынбаҫары була. 1979-1984 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлегендә редактор вазифаһын башҡара. 1984 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар Союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһының яуаплы секретары итеп һайлана. Шул йылдарҙа ойошмаға шағир һәм  публицист Вил Ғүмәров ебәрелгәс, 1990 йылда ҡала яҙыусылары ойошмаһы органы булараҡ, “Стәрле таңдары” гәзите сыға башлай. Аҙаҡҡараҡ ул бөгөнгө "Ашҡаҙар" гәзитенә әйләнеп китә.

Башҡортостан үҙаллылыҡ алған йылдарҙа  Рауил ағай ҡалала милли мәктәптәр асыу (милли кластар ҙа булмаған бер мәлде!), башҡорт драма театры, филармония ойоштороу кеүек төшкә лә инеп сыҡмаған нәмәләр тураһында һөйләр ине ...Ҡалала “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәген барлыҡҡа килтереп, үҙе йәмәғәт башланғысында шуның тәүге етәксеһе була. Биш-алты йыл эсендә "Ашҡаҙары" ла, драма театры ла, филармонияһы ла асыла, милли мәктәптәр һәм кластар ҙа шул хыялдан барлыҡҡа килеп, һин дә мин эшләп китәләр! Ҡалала Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы асылып, уңышлы эшләй башлауы ла уның исеме менән бәйле. Рауил Хөрмәт улы 1990 йылда Өфөгә Башҡорт дәүләт педагогия институтына  эшкә саҡырыла. Тормошоноң һуңғы йылдарындағы эшмәкәрлеге Өфө ҡалаһы, бөтә Башҡортостан кимәлендәге хәл-ваҡиғалар менән бәйле була. Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана, башҡорт әҙәбиәтен яңыса уҡытыуҙың программа-дәреслектәрен төҙөүсе ғалим, “Үҫмер” исемле китаптар серияһы һәм “Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәр” методик ҡулланмаһының, 50-нән артыҡ йырҙар авторы, ялҡынлы оратор.

Бар яҡлап та көслө рухлы шәхес була

Әҙәбиәткә үткән быуаттың 70-се йылдарында  килә ул. “Тауҙарҙа таң” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1981 йылда сыға. Йәштәргә аң-белем өләшеүсе һәйбәт педагог һәм әҙәбиәт өлкәһендә ялҡыны һирпелеп торған ижадсы булараҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Еңмеш”, “Кемгә ниндәй исем”, “Урман музыканттары” фәһемле китаптар сығара:Шағирҙың өлкәндәр өсөн яҙылған “Тауҙарҙа таң”, “Япраҡ еле, “Мөхәббәткә юҡ өҙәрем”, “Аҡ нур”, “Ҡыңғырауҙар”, “Тауҙарыма ҡарап” әҫәрҙәрендә әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр, милләтенең яҙмышы өсөн борсолоу идеялары ярылып ята. Рауил Ниғмәтуллин юғары тәрбиәлелек сифаттарына эйә мәҙәни кеше, талапсан һәм ғәҙел остаз, маҡсатына һәм выжданына тоғро, көслө рухлы шәхес, ҡайнап торған энергиялы ижадсы булып ҡалды замандаштарының хәтерендә. Шуға күрә Стәрлетамаҡта уның ҡыҙы Шәүрәнең тырышлығы менән Рауил Ниғмәтуллинға таҡтаташ асылды  һәм бар яҡлап та килгән йәмәғәт эшмәкәренең, шағирҙың исеме мәңгеләштерелде.

 

Сәй ҙә эстек, шиғырҙар ҙа уҡыныҡ

Шәхсән үҙемә килгәндә, 1985 йылда урындағы радионан Гагарин исемендәге паркта бер төркөм шағирҙар сығыш яһаған ишетеп ҡалдым. Шунда концерт мәлендә электән таныш булған “Башҡорт ҡунаҡханаһы” хужабикәһе булған Вәсилә апай Халиҡова килеп осраны ла Карл Маркс урамында Яҙыусылар ойошмаһы асылғанлығы тураһында хәбәр итте. Рауил ағайҙы мин беренсе барыумда ғына осратманым әле. Ул килгән бер кешегә  өҫтәлгә шәкәр менән сөхәри ҡуйып, сәй эсерер ине. Шул арала шиғыр ҙа уҡыша, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында ла һөйләшә инек. Беҙҙе – мине, Вилә Баймырҙинаны, Рәшиҙә Шәмсетдинованы –  төрлө тарафтарҙа  үткән Йәштәр фестивалдәренә, Ғилман Ишкининды, Рәфис Абдуллинды, Азамат Үтәғәновты һәм Әхәт Сәлиховты төрлө ижади конференцияларға йәлеп итәләр ине. Шиғриәт кисәләре паркта һәм Ҡала мәҙәниәт һарайының әҙәбиәт һөйөүселәр менән шығырым тулған залдарҙа Өфөнән саҡырылған ҡунаҡтар менән бергә үтә ине. Әйткәндәй, Вил ағай менән улар бергә эшләгән заманда ойошма  көньяҡ төбәк яҙыусыларын үҙ ҡанаттары аҫтына алғайны. Яҙышҡан йәштәргә иғтибар ҙур булды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең тәүге китаптары ошо остаздарыбыҙ киткәс кенә донъя күрҙе. Ни тиһәк тә, уларҙың хәстәрлеген, фатихаһын алып өлгөрҙөк.

Ғүмере иртә өҙөлдө

Талантлы шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин тормоштан бик иртә китте, ләкин әллә күпме әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Уның ҡобайыр жанрында ижад ителгән әҫәрҙәрендә тыуған ер, ата-бабалар аманатына тоғролоҡ һәм атай нигеҙен ҡоротмау, ер-һыуҙарыбыҙ һәм урмандарыбыҙҙы һаҡлау, туған телебеҙҙе ҡәҙерләү кеүек ҡиммәттәр алға сыҡты.

Гәзит уҡыусыларыбыҙға Рауил ғай Ниғмәтуллиндың төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙарын  тәҡдим итәбеҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

 

 

...БАРЫҺЫ ЛА ҠАЛҺЫН ХАЛҠЫМ МЕНӘН, БЫЛ ЕРҘӘРҘӘН БЕР КӨН КИТҺӘҠ ТӘ!

ҒҮМЕР

Ғүмер ул, әйтерһең, күмер:

Берәүҙә йүкә күмер –

Бер былтлағас, тирә-йүнен

Шундуҡ һалҡынлыҡ күмер.

Көслө ғүмер – имән күмер, -

Тимер  иретер күмер;

Ундай ғүмер

Үткән юлын

Йылылыҡ менән күмер.

 

КҮСӘ-КҮСӘ ҮҪӘ

Уңғандан йоға уңғанлыҡ,

Сафтан яғыла сафлыҡ,

Ҡыйыуҙан инә ҡыйыулыҡ,

Шаттарҙан ҡала шатлыҡ.

Зирәктән һеңә зирәклек,

Моңлонан моңдар күсә.

Һәр яҡшылыҡ күсә-күсә

Ил ҡото булып үҫә.

 

ТЕРӘК

Тупраҡ кәрәк үләнгә

Үҙ булмышын асырға,

Үҙ булмышын асырға

Күккә оса ҡарсыға.

Үҙ булмышын асырға

Тәрән һыу эҙләй балыҡ.

Ҡомһоҙға үҙ булмышын

Асырға кәрәк байлыҡ.

Аса йәмен еренең

Ерен һөйөүсе йөрәк...

Булмышын асыр терәк –

Кешегә тыуған төйәк.

 

ЯҺАЛМА ЙЫР

Йөрәгемдән яралмаһаң,

Яһалма, йыр,

Яһалма, йыр...

Унһыҙ ҙа моң ағыштарын

Ҡыуып ята яһалма йыр.

Йөрәктәрҙән йөрәктәргә

Күпер һалмай яһалма йыр.

Йөрәгеңдән яралмаһа, -

Ҡәләм менән яһалмай йыр.

 

ЯҘҺЫН ИНЕ

Был яҙым да үҙ еремә,

Халҡыма яҙһын ине;

Яҙылған йырым, аңларҙай

Халҡыма яҙһын ине.

Яҙымда емеш бирерҙәй

Орлоҡ сәселһен ине;

Хурлыҡ сәнселһен!

Ҡайҙа ла

Ҙурлыҡ сәселһен ине!

 

АШЫҒАЙЫҠ!

Ашығайыҡ шатлыҡ өләшергә –

Аҙ ҡала бит ваҡыт  иҫәптә,

Ашығайыҡ беҙҙең изгелектәр

Инһен өсөн беҙҙең иҫәпкә.

Ашығайыҡ ергә йәм өҫтәргә –

Ул көндәр ҙә беҙҙең иҫәптә,

Арттырайыҡ янып эшләрҙәрҙе

Беҙҙең менән беҙҙең иҫәпкә.

Ашығайыҡ, әйҙә, кешеләргә

Ҡалдырырға өмөт таратып,

Артып ҡалһын беҙҙән һаҡланыуҙар,

Туялмауҙар һөйөп, яратып.

Ашығайыҡ йыр, моң ҡалдырырға –

Уға ла әҙ ваҡыт иҫәптә!..

...Барыһыла ҡалһын халҡым менән,

Был ерҙәрҙән бер көн китһәк тә!

 

БАРЫҺЫ ЛА БАР

Бахыр ҙа бар,

Батыр ҙа бар,

Үҙ сүбенә батыр ҙа бар.

Ил йөктәрҙе тартыр ҙа бар,

Аяҙ көндә ҡатыр ҙа бар,

Күкрәп сәскә атыр ҙа бар,
 Илен, халҡын һатыр ҙа бар.

Илгә ҡот, йәм тартыр ҙа бар,

Йәнгә ағыу атыр ҙа бар,

Йәмгә сумып ятыр ҙа бар,

Сүп-сар өйөп ятыр ҙа бар,

 Төндө сөйөп атыр ҙа бар...

ххх

Кәрәк бөркөтлө ҡаялар

Тауҙар тау булһын өсөн.

Кәрәк ғашиҡҡа һөйгәне

Йөрәк һау булһын өсөн.

Артыла бәхет тауына

Һөйгәне һөйгән генә,

Сафлыҡҡа – сафлыҡ,

                         шатлыҡҡа

Ҡыуаныс өйгән генә.

ххх

Һөймәгәнде һөйгәндәр ҙә

Оса талмаҫ ҡанатта;

Һөймәгәндән һөйөлгәндәр

Йөрәктәрен ҡаната;

Һөймәгән менән һөймәгән –

Ғазаптар усағында;

Һөйгәненән һөйөлгәндәр –

Бәхеттәр ҡосағында.

 

ҺИҢӘ ТАЯНЫП...

Артылам мин көн дә яңы үргә,

Гөлдәр сәсәм үткән юлдарға.

Юлдарымда барлыҡ ҡаршылыҡтар

Шиңә бара йәндә һин барҙа.

Һин булғанға  ололана бара

Бурыстарым, арта саялыҡ.

Дауылдарҙа ҡалһам, кая булам,

Тауҙай күреп, һиңә таянып.

ТАУ СӘСКӘҺЕ

Тыуған ерен йәмләр йәмен

Йөрәгендә йөрөтә.

Тамырҙары  ташты тишә,

Тыны ҡарҙы иретә.

Яҙ ҡояшын күрер өсөн

Өҙә ҡыш бәғерҙәрен…

Өҙөлөп һөйгәндәр генә

Көтәлер шулай йәрен.

 

ЙӘНДӘШ БОЛОТТАР

Туҙынғанда уйҙар  болоп,

Һине уттарҙан йолоп -

Һинең яҡтарҙан күк болот

Килә өмөткә тулып.

Өҙөлгәндә өмөттәрем

Тамырһыҙ ҡалып һулып,

Һинән көтөлгән хат булып

Килеп сыға аҡ болот.

 

12 майҙа 15-00 сәғәттә ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан  исемендәге китапханаһында  (Дуҫлыҡ урамы, 37-А йорто) шағир, ғалим-педагог, йәмәғәт эшмәкәре Рауил НИҒМӘТУЛЛИНдың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған сара үтәсәк. Әҙәбиәт һөйөүселәр һәм шағирҙың яҡындары рәхим итегеҙ!

ТАУҘАРҒА ҒАШИҠ ШАҒИР
ТАУҘАРҒА ҒАШИҠ ШАҒИР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас