Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
29 Ғинуар 2019, 13:53

Троллейбустар һирәк йөрөй

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡырыусы Радий Хәбировҡа Стәрлетамаҡтан Илнур Хәмиҙуллин ҡала урамдарында троллейбустарҙың һирәк йөрөүенә, шулай уҡ 41-се маршруткаларҙың эшенә зарланып мөрәжәғәт иткән.

«...9 ғинуарҙан бирле автовокзалдан «Сода»ға эшкә барып етеү мөмкин түгел. 19-сы троллейбустар юҡ, 41-се маршруткалар тулы булғанға күрә туҡтамай үтеп китәләр. 40-50 минут көтөргә йәки такси саҡырырға тура килә...» – тип яҙа ул.
Ҡала хакимиәте башлығы Владимир КУЛИКОВ бына нимә тип яуап бирә:
– Әле линияға барлығы 70 троллейбус сыға. Ошоға ярашлы расписание төҙөлдө. Быйыл 36 курсант уҡып сығып, троллейбустарҙың яңы берәмектәрен йөрөтә башлаясаҡтар. Шулай итеп, хәрәкәт итеүсе составтарҙың һаны артасаҡ. Троллейбустарҙың расписаниеһы тураһында мәғлүмәтте уларҙың рәсми сайтында: www.stut.ru, «Бәйләнештә» төркөмөндә https://vk.com/clubmupstru, ҡыҙыу линия (8 800 234-24-68) телефоны буйынса һәм диспетчерҙың 8(3473)25-06-80 телефоны аша алырға була.
Шулай уҡ транспорттың ҡайҙалығын һәм ҡасан килеүен белеү өсөн «Аҡыллы транспорт» интернет-ҡушымтаһын файҙаланырға мөмкин. Әле 40-сы маршруткалар һанын ҡыҫҡартып, биш транспортты 41-се һәм 43-сө маршруттарға бүлеү варианты ҡарала.
Читайте нас: