Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
1 Февраль 2019, 18:55

Юғалған ҡапҡасты “Инцидент” тапты

Халыҡ үҙенең аһ-зарын Интернет даръяларына сығарып тора һәм ул яҙмалар власть тарафынан иғтибарһыҙ ҡалмай. Кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ишетергә “Инцидент” системаһы ярҙам итә.

Мәҫәлән, “Бәйләнештә”ге “Типичный Стерлитамаковец” төркөмөндә былай тигән яҙыу (ялыу) бар: “Салауат ҡалаһы яғына табан ҡаланан сыҡҡан ерҙә ташландыҡ хәлдәге “Русойл” яғыулыҡ станцияһы ҡаршыһында ҡар таҙартыусы машина үтеп киткәндән һуң асыҡ люк табылды. Күрәһең, машина үткәнгә тиклем ҡоҙоҡ фанер менән ҡапланған булған”.
Бәхеткә күрә, бер кем дә ҡазаланып өлгөрмәй: был етешһеҙлек шунда уҡ иғтибарға алына һәм бөтөрөлә, ә ҡала хакимиәте тарафынан: “Хәбәр итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Люк ябылды. Әгәр ҙә ошондай уҡ күренешкә тап булһағыҙ, 25-17-09 телефон һандары буйынса шылтратығыҙ” тигән яуап бирелгән.
Әлбиттә, тормошта етешһеҙлектәр бар. Әммә уларҙы ошолай бергәләп күреп, күтәреп, бергәләп хәл итергә мөмкин. Мәҫәлән, әле бер мөрәжәғәт кемделер бәлки ҡазанан да ҡотҡарып ҡалғандыр. Был ваҡиға тағы ла бер тапҡыр өҫтәрәк телгә алып үткән системаның әһәмиәте һәм республика власының халыҡтың тауышын ишетеүен, уның проблемаларын тиҙ рәүештә, бер үк ваҡытта һөҙөмтәле итеп сисеүенә ишара. Теләк кенә булһын, люк ҡапҡасы ла табыла, ҡар ҙа таҙартыла, ремонт та эшләнә һәм бының өсөн “Инцидент”тан хәбәр килгәнсе көтөү мотлаҡ түгелдер... Һәм бында бер муниципалитет тураһында ғына һүҙ бармай.
Читайте нас: