Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
6 Август 2019, 12:45

Футбол майҙаны күсерелә

Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәрҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр араһында стәрлетамаҡтар ҙа күп. Оксана Зеленова, мәҫәлән, Башҡортостан етәксеһенә йорт алдарын төҙөкләндереүҙә үтенесен белдерә.

“Һаумыһығыҙ! Беҙҙең Тыныслыҡ урамында урын-лашҡан 58 һәм 62-се йорттар янында гараждарҙы һүтеү буйынса өлкән быуын кешеләре менән килешә алмайбыҙ, шуға футбол майҙаны ҡуйып булмай”, – ти ул.
Ҡала хакимиәте коммуналь хужалыҡ бүлегенең әйҙәүсе инженер-төҙөүсеһе Кристина Фомина яуап биреүенсә, футбол майҙаны буласаҡ, әммә ул 58-се йорт алдында түгел, 62-се йорт биләмәһендә урынлашасаҡ, сөнки ул йортта йәшәүселәр гараждарын һүтергә риза, ә тәүге йорттағылар – юҡ...
Йыш ҡына ниңә төҙөкләндерелмәй тип әрләшергә яратабыҙ, тик булышлыҡ итеү урынына ҡаршы тороусы-лар ҙа етерлек. Футбол майҙанына килгәндә, әлеге мәлдә төҙөлөш сүп-сары таҙартыла һәм соҡорҙарҙы күмдереү эштәре бара. Киләһе этап – майҙанды билдәләү һәм йомшаҡ резиналы майҙан булдырыу.
Читайте нас: