Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
6 Август 2019, 12:48

Тарихи бинаның яҙмышы хәл ителә

Ҡасандыр “ВЛКСМ-дың 40 йыллығы” мәҙәниәт йорто тип йөрөтөлгән, унан һуң тиҫтәләрсә йылдар “Стәрлетамаҡстрой тресы” мәҙәниәт йорто, артабан Ҡала мәҙәниәт йорто булып хеҙмәт иткән бинаны Өфө епархияһына тапшыралар.

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ошо бинаны Өфө епархияһына бушлай йәки арендаға бирергә әҙер. Епархия бинала йәкшәмбе мәктәбе асырға һәм йәштәр өсөн бушлай секциялар эшләтеп ебәрергә планлаштыра.
Әлегә килешеү Башҡортостан етәкселеге менән бергәләп хәл ителмәгән, республика Хөкүмәтендә ҡарала. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә иһә бинаға мохтажлыҡ юҡ, тип яуаплағандар, ни өсөн тигәндә, ҡалала мәҙәниәт усаҡтары етерлек.
Был бина тарихына баҡһаҡ, ул нисәмә йылдар дауамында күп милләттәрҙе берләштергән үҙәк булып хеҙмәт итте. Ҡала филармонияһы тап ошо бинала ҙур аҙымдарын яһаны, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының милләтебеҙҙең киләсәген хәл итерҙәй ҡыйыу фекерҙәре ошо бинала яңғыраны. Ленин проспектынан үткәндә ташландыҡ хәлдә етемһерәп ҡалған мөһабәт бинаны күргән һайын йөрәк әрней, уның гөрләп торған сағы юҡһындыра. Ә киләсәктә Аллаһ йорто булып китеүе – йөрәккә йылы бирә.
Читайте нас: