Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн яңыраҡ асылған Төҙөүселәр урамында светофор объекттарын урынлаштырыу дауам итә. Иғтибар менән күҙәткән булһағыҙ, үткән аҙна башында мәктәп янындағы светофор эшләй башланы. Һуңынан Төҙөүселәр урамы менән Октябрь проспекты, Төҙөүселәр урамы менән Октябрь урамы һәм Төҙөүселәр урамы менән Былиналар урамы киҫелештәрендә светофор йәнләнде