“Стәрлетамаҡ-Салауат-Стәрлетамаҡ” маршруты буйынса йөрөгән шәхси микроавтобустарға арест һалыу был ҡалаларға көн һайын йөрөп эшләгәндәр араһында шау-шыу тыуҙырҙы. Сөнки Стәрлетамаҡтан Салауатҡа йөрөгән шәхси микроавтобустарҙа юл хаҡы ла осһоҙ (юл хаҡы – 50 һум), хатта өҫтәмә түләү алмайынса, ҡала урамдары аша үткән. Ә “Башавтотранс” автобустарында юл хаҡы – 52 һум, әммә улар автовокзалға тиклем генә йөрөй. Тимәк, “Башавтотранс” автобустарында, автовокзалға килеп төшкәс, тағы ла юл хаҡы түләп, ҡала маршруткаларына ултырырға кәрәк була. Әлбиттә, был хәл пассажирҙарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырған.