- Әлеге мәлдә Ағиҙел күперен ремонтлау иң мәһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Күперҙе реконструкциялауҙы ике этапта үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тәүге этапта хәрәкәт итеү өсөн 2 һаҙатлы 390 метр оҙонлоғонда яңы күпер төҙөү планлаштырыла. Ә икенсе этапта әлеге күперҙе яңыртыу. Былтыр Социаль-маҡсатлы программалар фонды аҡсаһына яңы күпер төҙөү буйынса проект-смета документацияһы әҙерләнә башланы. Ә төҙөлөш эштәрен быйыл өсөнсө кварталда башларға ниәтләйбеҙ, - тине Владимир Иванович.
Ағиҙел күпере аша эшкә йөрөүселәр бындағы юлдарҙың ниндәй хәлдә икәненә көн һайын шаһиттар. “Был турала әйтеп тораһы ла түгел. Күпер аша сыҡҡансы шыбыр тиргә батаһың, соҡор-саҡырҙы урап сығам тип, рулде ҡайһы яҡҡа борорға ла белеп булмай аҙапланаһың. Боҙолоп ултырмаҫмын, тимә”, - тип яҙа улар социаль селтәрҙәрҙә. Көндәр йылыта башлау менән автоһәүәҫкәрҙәр күперҙәге соҡор-саҡырҙарҙы видеоға төшөрөп, интернет селтәрҙәренә һала башланы ла инде. Был юлдан йөрөүселәр яңы күперҙе түҙемһеҙләнеп көтә.