Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Халыҡты нимә борсой?
7 Апреля 2020, 08:20

Күпер әҙер

Ҡала хакимиәтенә социаль селтәрҙәрҙә пандемия буйынса ғына түгел, башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр ҙә йыш килә. улар араһында сүп сығарыу, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар буйынса һорауҙар бар.

Билдәле, тышта, шул иҫәптән автомобилдә йөрөргә сикләүҙәр булһа ла, миҙгелгә бәйле, юлдарҙағы хәлдәр ҙә ҡыҙыҡһындыра халыҡты. Мәҫәлән, күптән түгел Ағиҙел аша күперҙәге ремонт барышы буйынса мөрәжәғәт булған. был һорауға ҡала хакимиәте: “Күперҙә ремонт эштәре тамам”, –тип яуап
биргән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел күперҙә ремонт эштәренә бәйле бер яҡлы ғына хәрәкәт урынлаштырылғайны.
Читайте нас