Ашҡаҙар
+16 °С
Дождь

“Инцидент” ярҙамға килә

Стәрлетамаҡта “Инцидент” системаһы йорттарҙы йылытыу мәсьәләһен асыҡларға ярҙам итте.

Гоголь урамындағы 117-се йортта йәшәүсе Ольга Красильникова социаль селтәрҙәрҙә ҡышын йорттарында һыуыҡ, дымлы булыуы һәм йортто йылытыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында яҙып сыҡҡайны. Быйыл ниндәй йорттарҙы ремонтлаясаҡтар, беҙҙең йорт төҙөлөүгә 30 йылдан ашыу ваҡыт үткән, тип тә өҫтәгән ул.
“Инцидент менеджмент” системаһы уның мөрәжәғәтен теркәгәндән һуң, ҡала хакимиәте уға шунда уҡ яуап биргән.
Быйыл Стәрлетамаҡта бер нисә күп ҡатлы йорттарҙың фасадын ремонтлау ҡарала, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. Бына улар: К.Маркс урамы, 149 “б”, Хоҙайбирҙин урамы, 42, 44, Туҡаев урамы, 11, 2 «а», Социалистик урамы, 15”а”, Шайморатов урамы, 17, Коммунистик урамы, 76, Ленин проспекты, 77.
Республикала капиталь ремонт программаһы 30 йылға иҫәпләнгән, әммә һәр күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәре башҡарыуҙың үҙ ваҡыттары раҫланған. Был турала бөтә мәғлүмәтте БР төбәк операторы сайтынан (kapremont02.ru/find-a-home) алырға мөмкин. Уға ярашлы, Гоголь урамындағы 117-се йорттоң фасадын 2023-2025 йылдарҙа ремонтлау планлаштырылған.
Шулай уҡ йорттарҙы йылытыу мәсьәләһен идарасы компания вәкиле менән берлектә милекселәрҙең дөйөм йыйылышында ла ҡарарға була. Унда күпселек тауыш менән йорттоң фасадын йәки айырым бер стенаһын йылытыу тураһында ҡарар ҡабул итеп, протокол төҙөп, уны идарасы компанияға ебәрергә кәрәк. Идарасы компания артабан уны үҙе хәл итергә тейеш.
Фото: Zen.yandex.lv
Читайте нас