Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно

Мәктәптең йөҙө матурланды

Социаль селтәрҙәрҙә халыҡты борсоған проблемаларҙы асыҡлаусы “Инцидент” системаһы үҙ емешен бирә бара. Был йәһәттән Стәрлетамаҡта ла кешеләрҙең мөрәжәғәте иғтибарһыҙ ҡалмай.

Мәҫәлән, 17 июндә ҡалабыҙҙан Анастасия Новикова Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” төркөмөндәге рәсми сәхифәһе аша 34-се мәктәптең фасадына ремонт кәрәклеге хаҡында белдерә. Шул уҡ көндө мөрәжәғәт итеүсегә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов фасад июнь аҙағына тиклем ремонтланырға тейеш, тип яуап бирә.
Ҡала етәксеһенең артабанғы яуабынан күренеүенсә, мәктәптең йөҙө июль башында, ысынлап та, балҡып тора. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ ҙә төрлө социаль селтәрҙәр аша үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында белдерә алаһығыҙ, мәҫәлән, республика һәм ҡала етәкселәренең рәсми сәхифәһендә яҙмаларҙы комментарийҙар бүлегендә ҡалдырырға була. Шулай уҡ редакцияға хат аша йәки шылтыратып еткерә алаһығыҙ. Һеҙҙең мөрәжәғәтте “инцидент” системаһы мотлаҡ асыҡлаясаҡ.
Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.
Читайте нас