Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно

Партия дарыуҙар сифатын контролдә тота

“Берҙәм Рәсәй” дарыу алыуҙы яйға һалыуҙа яңы саралар әҙерләй. Улар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә партияның инициативалар комплексын тулыландырасаҡ.

Рәсәйҙә коронавирус пандемияһы шарттарында дарыу баҙарын фальсификациянан һаҡлаусы һәм уларҙы һатып алыуҙы еңелләштереүсе закондар ҡабул ителде. Федераль Хөкүмәт “Берҙәм Рәсәй”ҙең әүҙем ҡатнашлығында дарыуҙарҙы дистанцион һатыу тураһында закон проекты ҡабул итте. Әлегә бының менән бер йылдан да кәм эшләмәгән, лицензияһы, тармаҡлы селтәре (ундан аҙ булмаған филиалы), сайты, йыһазландырылған биналары һәм курьер хеҙмәте булған дарыуханалар ғына файҙалана ала.
Партияның Генсовет секретары Андрей Турчак билдәләүенсә, дарыуҙарҙы дистанцион һатыу тураһындағы закон апрелдән көсөнә инде һәм үҙенең файҙалылығын иҫбатланы. “Шуның менән бергә, унда һатыусылар өсөн айырым сикләүҙәр бар. Был йүнәлеште конкуренцияны нығытыу һәм хеҙмәт сифатын күтәреү, һәм, әлбиттә, препараттар аҙаҡҡы ҡулланыусыға барып етһен өсөн мотлаҡ үҫтерергә кәрәк. Партия был иҫәпкә конкрет тәҡдимдәр әҙерләгән дә инде, оҙаҡламай Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау надзоры һәм баҙарҙар менән тикшерәскбеҙ”, – тип белдерҙе ул.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы шулай уҡ төбәктәрҙә граждандарға контрафакт препараттар һатмаһындар өсөн һәм медикаменттарға хаҡ күтәрмәһендәр өсөн күҙәтеү алып бара. “Бындай осраҡтарҙа беҙҙең коллегаларыбыҙ контролдә тотоу һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына оператив рәүештә мәғлүмәт ебәрә. Был мәсьәләне ҡануниәт кимәлендә хәл итәбеҙ. Мәҫәлән, быйыл 1 июлдән дарыуҙарҙы маркировкалауҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде. Был сара һәр кемгә препараттың сығарылыу датаһын һәм әҙерләнеү урынының легаллеген күҙәтеп барырға форсат бирә”, – тип аңлата Андрей Турчак.
Шулай ҙа, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, дарыу баҙарында медикаменттарҙың ҡыйбатлыныуы һәм арзан препараттарҙың кәмеүе хәүеф янай. Партияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә шундай мөрәжәғәттәр ҙә килә. Был йәһәттән дә анализлау тикшереү эштәре алып барыла.
Р. САФИНА.
Читайте нас