Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
2 Ноябрь 2020, 11:40

2-се дауахана ҡала халҡынан ярҙам һорай

Стәрлетамаҡтағы 2-се дауахана планлы эштәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәрен (прививкалар яһау, ауырлы ҡатындарҙы ҡарау, рецептар яҙыу, планлы табип тикшереүҙәре) йөрөтөү өсөн волонтер ярҙамы һорай.

"Транспорт төҙөк булырға тейеш, ОСАГО, ПТС полисы, водитель таныҡлығы, медицина справкаһы булырға тейеш. Водителде рейс алдынан, рейстан һуң тикшереү гарантиялана.
Белешмә өсөн диспетчер Натальяға 8(3473)22-11-55." телефонына шылтыратырға каәрәк, тип хәбәр итә 2-се дауахана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙғыһын 2-се ҡала дауахана базаһында ковид-госпиталь асылды, унда коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар дауалана.
.Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас: