Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
19 Ноябрь 2020, 19:25

Артыҡ түләнгән хаҡ ҡайтарылған

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн артыҡ түләнгән аҡсалар халыҡҡа кире ҡайтарып бирелгән. Ҡайтарылған аҡса 26,5 миллион һум тәшкил иткән.

Яҙғыһын йорттарҙағы иҫәпләү приборҙарын ҡарағанда 98 йортта ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙоу асыҡланған. Һөҙөмтәлә ярты йыл йомғаҡтары буйынса 250-нән ашыу йортҡа былтыр йылылыҡ менән тәьмин иткән өсөн түләүҙәрҙе ҡабаттан иҫәпләгәндәр.
Ошондай хәл ҡабатланмаһын өсөн БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республиканың ресурс менән тәьмин итеүсе һәм идарасы ойошмаларына артыҡ түләтеүҙең сәбәптәрен аңлатырға ҡушҡан.
Әйткәндәй, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, әгәр ҙә һеҙҙең дә квитанцияғыҙҙа йылылыҡ өсөн һорауҙар, шик барлыҡҡа килә икән, тәү сиратта үҙегеҙҙең идаралыҡ компанияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: