Ашҡаҙар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
22 Ноябрь 2020, 13:30

Һыуһыҙ зарыҡтырмаһын Хоҙай!

Элеватор урамындағы 45-се йортта йәшәүселәргә, ниһайәт, яңынан һыу бирҙеләр.

Хәҙер ҡала водоканалы был тәңгәлдә эштәрҙе тулыһынса тамамланы һәм Элеватор урамындағы 45-се йортто һыу менән тәьмин итә башланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 ноябрҙә “Рощинский” совхозы бер яҡлы тәртиптә хеҙмәтләндереүҙән туҡтаны һәм ҙур күп фатирлы йортто һыу менән тәьмин итеүҙән мәхрүм итте. Был йорт элек совхоздың ятағы ине. Килеп сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында кешеләр һыуһыҙ ҡалды.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенә ашығыс рәүештә килеп тыуған хәлгә ҡыҫылырға тура килде. Торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығы һәм водоканал менән бергәләп һыу биреү мәсьәләһен хәл итергә тура килде. Кисекмәҫтән тиҙ арала һәм сифатлы итеп эш итергә кәрәк ине. Шул уҡ көндө үк водоканал эсәр һыу килтереү сараһын күрҙе. Икенсе көнөнә водоканал хеҙмәткәрҙәре килтерелгән һыуҙы янғын гидранты аша йорт системаһына тоташтыра алды. Шул арҡала йортта йәшәүселәргә крандан һыу алырға форсат тейҙе. Ял көндәрендә һыу көнө буйы булды, ә аҙнаның башҡа көндәрендә көнөнә өсәр тапҡыр бирелде. Шул уҡ ваҡытта водоканал хеҙмәткәрҙәре яңы торбалар һалды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар 110 мм диаметрлыҡ 330 погонный метр торба үткәрҙе. Торбалар Элеватор урамындағы юл аҫтынан траншеяһыҙ ысул менән үткәрелде. Ниһайәт, 19 ноябрҙә эш тамамланды. Унан һуң водоканал системаны тултырҙы, торбаларға опрессовка үткәрҙе һәм йыуҙырҙы. 20 ноябрҙә киске сәғәт 5-се яртыла һыу менән тәьмин итеү штатлы режимда эшләй башланы.
Был ҡапыл ғына килеп тыуған хәлде ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хәл итеп, эште уңышлы атҡарып сығып, ҡала етәкселеге халыҡ мәнфәғәте ҡала хакимиәте эшенең төп өҫтөнлөгө булып тороуын йәнә бер таппҡыр дәлилләне.
Шуныһын да әйтергә кәрәк, бындай хәл беренсе тапҡыр түгел. «Рощинский» Яңы Барятино ҡасабаһы халҡын да, шулай уҡ мәктәп те лә, һыуһыҙ ҡалдырған саҡ булды.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас в