Ашҡаҙар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
15 Ғинуар 2021, 14:40

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн түләүгә хаҡтар артыуға бәйле алты ҡатмарлы һорау

Быйылғы йылдың ғинуар башында республиканың меңәрләгән кешеһе декабргә фатир өсөн түләү ҡағыҙҙары алып, аптырашта ҡалды: йылылыҡ өсөн хаҡ, төрлө күрһәткестәргә ярашлы, 30-70 процентҡа артҡан. Был хәл халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы – бына исмаһам «бүләк»! Йылылыҡ өсөн хаҡ артыуға бәйле мәсьәләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы үҙ контроленә алды.

Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, эшсе төркөм төҙөлдө һәм тиҙ арала иҫәп суммаларының дөрөҫлөгөн тикшереп, хәлгә асыҡлыҡ индерергә, йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеүҙе һәм түләүҙәр билдәләүҙе контролдә тотоу мөмкинлеген бирәсәк саралар тәҡдим итергә ҡушылды.

Ни өсөн был хәл килеп сыҡты, льготалар менән нимә буласаҡ һәм түләүҙәрҙе нисек кәметергә?
1. Хаҡ артыуҙың сәбәбе ниҙә?
БашРТС вәкилдәре рәсми рәүештә белдереүенсә, быйыл тарифтар үҙгәрмәне, ә хаҡ артыу декабрҙең һыуыҡ булыуы менән бәйле. 2020 йылда һауа температураһы, 2019 йылдың декабре менән сағыштырғанда, һигеҙ градусҡа түбәнерәк булды. Йәғни йорттарҙы тәьмин итеү өсөн йылылыҡ күберәк сарыф ителде. Мәҫәлән, ғәҙәттә һеҙ 30 һумға икмәк һатып алаһығыҙ, ә бер көндө ҡунаҡтар килеп төшкәс, 90 һумға өс икмәк һатып алырға тура килә. Хаҡтар шул уҡ, тик икмәк күберәк кәрәк.
Ҡыҙыҡлы тикшеренеү: йылылыҡ селтәре хеҙмәткәрҙәре, Өфөлә осраҡлы рәүештә бер нисә йортто һайлап алып, йыл дауамында кешеләрҙең күпме аҡса түләүен тикшергән. Быйылғы йәйҙә йылылыҡ өсөн түләүҙең булмауын иҫәпкә алып, сумманың бер нисә генә процентҡа артыуын асыҡлағандар. Шуны иҫтә тотоу мөһим: яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, беҙ хәҙер йылылыҡ өсөн төрлө осорҙа төрлөсә түләйбеҙ – йылытыу миҙгеленең башында һәм аҙағында аҙыраҡ, һыуыҡ айҙарҙа – күберәк, ә йәйгеһен бөтөнләй түләргә кәрәкмәй.

2. «Яңы ҡағиҙәләр» нимәнән ғибәрәт?
2019 йылдың көҙөнән республикабыҙ, барлыҡ Рәсәй ише, яңы алымға күсте: йылылыҡ өсөн һигеҙ ай дауамында – йорттар йылытылған мәлдә генә түләйбеҙ. Был ысул ғәҙелерәк, сөнки ҡулланылған күләм өсөн генә түләргә кәрәк.
Элек йылылыҡ өсөн йыл дауамында, йәғни 12 ай түләнек. Ул түбәндәгесә иҫәпләнде: алдағы йылдың дөйөм суммаһын 12-гә бүлделәр. Мәҫәлән, 2019 йылда 2018 йыл дауамында ҡулланылған йылылыҡҡа ҡарап хаҡ билдәләнде. Барыһы ла ябай һәм аңлайышлы кеүек, әммә йылылыҡ менән тәьмин итеүсе йыл һайын түләүҙе ҡайтанан иҫәпләргә тейеш булды. Әгәр алдағы йыл йылы булһа, иҫәпләү ҡулланыусы файҙаһына сыға һәм халыҡҡа түләнгән аҡсаның бер аҙ өлөшө кире ҡайтарыла. Әгәр ҡыш һыуыҡ булһа, халыҡ өҫтәп түләргә тейеш ине. Йөҙҙәрсә кешеләр өҫтәмә рәүештә бишәр-унар мең һум түләгән осраҡтар ҙа булды.

3. Иҫәп үтә ҙур, бүлеп түләргә мөмкинме?
Әгәр коммуналь хеҙмәт өсөн түләү уҙған йылдың ошо айы менән сағыштырғанда 25 проценттан күберәккә артһа, тәьмин итеүсе тәүге талап буйынса һеҙгә бүлеп түләүҙе рөхсәт итергә тейеш. Был хаҡта «Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре»нең 72-се һәм 73-сө пункттарында яҙылған. Уны юллау өсөн йылылыҡ менән тәьмин иткән ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бүлеп түләүҙең максималь срогы – бер йыл. Түләүҙең ҡалған өлөшөн үҙегеҙ теләгән мәлдә алдан да бирә алаһығыҙ, бының өсөн рөхсәт һорау кәрәкмәй.
Шуныһы мөһим – коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе ҙур булмаған процент алырға бурыслы. Максимум – Рәсәй Үҙәк банкының рефинанслау буйынса ставкаһы (2021 йылдың ғинуарына ҡарата – 4,25 процент) + өс процент. Йәмғеһе – йылына 7,25 процент. Мәҫәлән, былтыр биш мең һум түләнегеҙ, ти. Быйыл иҫәп ҡағыҙында 10 мең һум күрһәтелгән. Был осраҡта ана шул 10 мең һумды бүлеп түләргә мөмкин. Айлыҡ түләү суммаһы – 866 һум, кредит өсөн өҫтәмә түләү – 397 һум.

4. Дәүләттән миңә ниндәй ярҙам тейеш?
Әгәр «коммуналка» өсөн түләү дөйөм килемдең:
- күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә – 13 проценттан;
- яңғыҙ йәшәгән 60 йәштән оло ир-егеттәр һәм 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 18 проценттан;
- 70 йәштән оло яңғыҙаҡ граждандар өсөн – 16 проценттан;
- башҡаларға 20 проценттан ашыуын тәшкил итә икән, дәүләттән аҡсалата ярҙам ҡаралған. Уның күләме шәхсән билдәләнә. Был осраҡта килем, фатирҙың ҙурлығы, хатта һеҙҙең ҡайҙа йәшәүегеҙ иҫәпкә алына. Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге сайтына – rcspn.mintrudrb.ru инеп, «Субсидияларҙың онлайн-калькуляторы» бүлегендә яҡынса иҫәпләүҙәр эшләргә мөмкин.
Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) бар. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветеран-дарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡат- нашыусыларға, инвалидтарға һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, «чернобылсе»ләргә, тыл хеҙмәтсән-дәренә, хеҙмәт ветерандарына, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнә.
Был осраҡта айлыҡ аҡсалата компенсацияның күләме артыуы ла бар, сөнки былтырғы йыл уртаһында ҡабул ителгән яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, уның күләме ысынбарлыҡтағы сығымдарға бәйле: ни тиклем күберәк сарыф ителһә, шул тиклем күберәк түләнә.
Түләүҙәр үткән айҙан алдағы ай өсөн тәғәйенләнә. Йәғни 2020 йылдың һалҡын декабренә тейешле компенсацияны 2021 йылдың февралендә аласаҡһығыҙ. Тик уны юллағанда фатирға түләү буйынса бурысығыҙҙың булмауы шарт.

5. Фатирҙа эҫе. Температураны кем көйләргә тейеш?
Барлыҡ күп фатирлы йорттарҙа ысынбарлыҡта ҡулланылған йылылыҡты иҫәпләгән дөйөм иҫәпләгес булырға тейеш. Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе һауа торошона ҡарап эш итә: урамда ни тиклем һыуығыраҡ булһа, йортто шул тиклем нығыраҡ йылыта. Идарасы компания фатирҙарҙа һыуыҡ йәки үтә эҫе булмауҙы контролдә тота, шулай уҡ техник йәһәттән хеҙмәтләндерә, иҫәпләү ҡорамалдарын тикшерә.
Иҫәпләүҙәге яңылышлыҡтар ғәҙәттә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең йылы- лыҡты йортҡа тигеҙ бүлмәүенә йәки ҡорамалдарҙағы күрһәткестәрҙе дөрөҫ яҙып алмауына бәйле була.
Әлеге ваҡытта күрһәткестәр тү- бәндәгесә алына: идарасы компания вәкилдәре һәр йорт һайын йөрөп, иҫәпләү ҡорамалдарындағы һандарҙы ҡулдан яҙып ала. Быны дистанциялы алымда – махсус модемдар ярҙамында ла эшләргә мөмкин. Бөгөнгә улар Өфөнөң меңләп йортонда урынлаштырылған. Был башланғыстың яҡшы яҡтары күп – әлеге йорттарҙа йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле аңлашылмаусанлыҡтар кәмегән. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Грековтың күрһәтмәһенә ярашлы, ошондай модемдарҙы урынлаштырыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн йылылыҡ селтәрҙәренә биреүгә бәйле программа эшләнә. Башҡа ҡала һәм райондар ҙа шул рәүешле эш итә ала.
6. Һорауҙар тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
1) Әгәр һеҙҙе йылылыҡ менән «БашРТС» тәьмин итһә (быны түләү квитанцияһынан ҡарап белергә мөмкин):
- диспетчер хеҙмәтенең телефоны: 8-800-511-30-15. Эш көндәрендә 8.30-17.30, шәмбелә 9.00-18.00 шылтыратырға.
- bashrts-rb.ru рәсми сайтындағы клиенттың шәхси кабинеты аша.
- йәшәгән урынығыҙға яҡын офисҡа мөрәжәғәт итеп тә һорау бирергә була (алдан яҙылыу шарт).
2) Әгәр һеҙҙе «УИС» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәтләндерһә:
- диспетчер хеҙмәте: 8-800-250-52-80 (кеҫә һәм стационар телефондарҙан шылтыратыу бушлай). Әлегә шәхсән ҡабул итеү юҡ.
3) Үҙеңдең идарасы компанияңа.
4) Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына:
- хат яҙыу өсөн адрес: 450059, Өфө ҡалаһы, Ст. Халтурин урамы, 28.
- «Башҡортостандың дәүләт власы органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе» сайты аша – gov.openrepublic.ru
- торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы аша – dom.gosuslugi.ru/ («Дәүләт хеҙмәттәре»ндә теркәлергә кәрәк).
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.
Читайте нас в