Ашҡаҙар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
26 Ғинуар 2021, 14:45

Киоскылар апрелдә һүтелә

ВТС биҫтәһененең Гоголь урамында дүрт туҡталыш павильонын һүтеп аласаҡтар - ҡала етәксеһе Владимир Куликов Стәрлетамаҡта йәшәүсе бер кешенең һорауына яуап биргәндә ошо турала әйтте.

Һорау биреүсе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәһендә “санитария талаптарына тап килмәгән ҡот осҡос насар шарттар, һаҫыған балыҡ еҫенә себендәр мыжғып осоп йөрөй”,– тип мөрәжәғәт иткән булған. Был мөрәжәғәтте халыҡтан килгән ялыуҙарҙы күҙәтеүсе “Инцидент” системаһы асыҡлаған. Әлеге туҡталыштарҙа шулай уҡ йәшелсә-емеш, сәскә һатыу, аҙыҡ-түлек киоскыһы һәм ломбард сауҙа нөктәләре урынлашҡан.
Стәрлетамаҡ етәксеһе Гоголь урамының көнсығыш яҡлап “Баҫыу урамы” туҡталышындағы павильонды сауҙа киоскыһы менән бергә һүтеп ташлау тураһында 2020 йылдың 6 ноябрендә ҡарар сығарылыуы тураһында хәбәр иткәйне. 2020 йылдың 10 декабрендә иһә Гоголь урамының көнсығыш яҡлап “Суханов урамы” туҡталышындағы павильонды сауҙа киоскыһы менән бергә һүтеп ташлау тураһында ҡарар сығарылды. Шулай уҡ ошо уҡ урамда көнбайыш яҡлап “Баҫыу урамы” һәм “Суханов урамы” туҡталыштарындағы павильондар быйыл 14 ғинуарҙа һүтеп алынырға тейеш ине.
Ошо көндәрҙә ҡала етәксеһе был мәсьәләгә ҡағылышлы былай тип яуап бирҙе: “Гоголь урамының көнбайыш яҡлап “Баҫыу урамы” һәм “Суханов урамы” туҡталыштарындағы павильондар әлегә һүтеп алынмай, ни өсөн тигәндә, был сауҙа павильондары хужаһы ҡала хакимиәтенә ошо объекттарҙы үҙ ирке менән 14 апрелдә һүтеп аласағы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте. Был мәсьәлә ҡала хакимиәте контролендә тотола”һе.
Әйткәндәй, әлегеләй объекттар буйынса “Ашҡаҙар” гәзитенең үткән һанында ла тәнҡит мәҡәләһе донъя күрҙе. Гәзит уҡыусы был киоскылар ҡалабыҙҙың дөйөм матурлығын боҙоп ҡына ҡалмай, рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлектәр һатып һәм йәш быуынды тәмәке менән тәьмин итеп, йәмғиәткә зыян килтерә, тип билдәләне.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас в