Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
9 Февраль 2021, 19:30

Беҙ өфөләрҙән кәмме ни?

1 февралдән Стәрлетамаҡта һәм Стәрлетамаҡ районында күп фатирлы йортта йәшәүселәргә сүп-сар сығарған өсөн хаҡтар 75 һумдан 94,63 һумға, шәхси йорт хужаларына 55 һумдан 96,10 һумға артты.

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр элеккесә ҡалды һәм ул 75 һум тора. Ошоға бәйле граждандар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең асыуын белдерә башланы. Ни өсөн Стәрлетамаҡта йәшәүселәр Өфө халҡына ҡарағанда күберәк түләргә мәжбүр һуң?
Стәрлетамаҡта ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса “Эко-Сити” төбәк операторында аңлатылыуынса, баҡтиһәң, Өфө менән Стәрлетамаҡты ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төрлө төбәк операторҙары хеҙмәтләндерә икән, һәр кем үҙенсә хаҡ-тариф билдәләй. Ә, тарифтың хаҡы һәр зоналағы факторҙарҙан тора. Был – зона майҙаны, халыҡтың тығыҙлығы, юлдарҙың оҙонлоғо һәм сифаты, кеше йәшәгән урындарҙа полигондарҙың, сүп-сарҙы сорттарға айырыу станцияларының булыуы һәм башҡалар. Мәҫәлән, “Эко-Сити” хеҙмәтләндереү майҙаны иң ҙуры, ә халыҡтың тығыҙлығы түбән. Шулай уҡ “Эко-Сити”ҙа ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм күмеү объекттары “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” МУП-ына ҡарағанда алыҫтараҡ урынлашҡан. Шуға күрә беҙҙә хаҡтар ҙа юғарыраҡ.

Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: