Ошо көндәрҙә UTV каналында Денис Әбүзәров алып барған STR-live программаһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт ҡатнашты. Студия ҡунағы менән бер сәғәттән ашыу барған аралашыу ваҡытында ҡала халҡынан һорауҙар килеп торҙо. Улар араһында күпер мәсьәләһен дә күтәрҙеләр. Юрий Волдемарович иһә, был һорау әлеге мәлдә лә актуаль булыуын хәбәр итте.
- Йыл тирәһе күперҙең проекты әҙәрләнде. Иҫке күперҙе тергеҙеү һәм яңыһын төҙөү проекттарын тикшерҙек. Әлеге көндә был төҙөлөш ҙур сумма талап итә, шуға ла ошо арала финанслау юлдары эҙләнәсәк һәм республика, федераль программаларға индереү ҡарала, - тип яуапланы ул.