Әлбиттә, төбәктә киҫкен мәсьәләләр хәл ителә, шуға мөрәжәғәттәр ҙә кәмей бара. Әммә проблема бөтмәй әле: республиканың идара үҙәгенә, мәҫәлән, бер аҙна эсендә генә 1,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың иң күбе – COVID-19 вакцинацияһы буйынса икән. Унан һуң социаль яҡлау мәсьәләләре килә. Төҙөкләндереү темаһы өсөнсө урынды биләй. Шулай уҡ юлдар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһына халыҡ.
Тәүге һорауға килгәндә, республика кешеләре прививканың әһәмиәте, организмға тәҫьире һәм ҡайҙа эштәлетергә мөмкинлеге хаҡында белешә. Күпселек бөгөндән үк укол һалдырырға риза, сирҙең көсәүе халыҡта аңлы рәүештә “прививка эшләтергә кәрәк” тигән фекер уята.
“Инцидент”ҡа әйләнеп ҡайтҡанда, был системаға ярашлы, һорау биреүселәргә чиновниктар өс сәғәт эсендә яуап бирергә тейеш. Мөрәжғәтте алыу менән мәсьәләне хәл итеү башалана. Хәҙер муниципалитет етәкселәренең эш һөҙөмтәһе лә ошоға ҡарап баһалана.