Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЙОРТ МЕНӘН ФАТИР ХУЖАЛАРЫ ИДАРА ИТЕРГӘ ТЕЙЕШ

Йыйылыш үткәреүҙән генә файҙа бармы?Стәрлетамаҡта сираттағы “Управдом” форумы үтте. Сарала, ғәҙәттәгесә, ҡала хакимиәт башлығының хужалыҡ буйынса урынбаҫары Илдар Ғарифуллин,Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы Константин Шахтарин, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәтселек контроленең Стәрлетамаҡ үҙәге етәксеһе Булат Вәлиев, идара итеүсе компаниялар вәкилдәре, йорт буйынса яуаплылар һәм, әлбиттә, йорт менән идара итеүҙә ғәҙеллек юллап килгән халыҡ ҡатнашты.

Доға ҡабатлауҙан иман иҫкермәй, тигәндәй, сара башында Илдар Риф улы “Управдом”дың тәғәйенләнеше тураһында ентекле аңлатма биреп үтте:
– Форумды үткәреүҙең маҡсаты – торлаҡ хужалары менән торлаҡ-коммуналь комплекс ойошмалары араһында эффектле аңлашыусанлыҡ булдырыу, – тип аңлатты ул. Булат Вәлиев иһә бындай осрашыуҙарҙың даими үткәреләсәге тураһында хәбәр итте. Ул шулай уҡ топлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҡаҙаныштар булған кеүек үк, хәл ителәһе проблемаларҙың ҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Форумында ҡатнашыусылар әлеге лә баяғы милекселәр менән идара итеүсе ойошмалар араһындағы килешеү мөнәсәбәттәре мәсьәләрен, граждандарҙың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса БР Дәүләт комитетына мөрәжәғәттәрен ҡаранылар. Йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе белдереүенсә, РФ Торлаҡ кодексының 44 статьяһына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе хужалар үткәргән дөйөм йыйылыштар күп фатирлы йорттар менән идара итеү органы булып тора, йәғни милекселәр үҙҙәренең йорттары менән үҙҙәре идара итә идара итә, ә идара итеүсе компаниялар түгел! Ул сарала ҡатнашыусыларҙы хоҡуҡтар һәм бурыстар яҙылған Торлаҡ кодексы менән танышып сығырға тәҡдим итте. Ошо ябай ғына, әммә төп хаҡиҡәтте белмәү, һанға һуҡмау арҡаһында, дөрөҫөн әйткәндә, низағтар килеп сыға ла инде.
Был юлы форумдың темаһы “Йылытыу миҙгеле һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерлек” булһа ла халыҡ чиновтиктарға башҡа темалар буйынса ла дәғүәләрен белдерергә өлгөрҙө. Әйткәс әйтәйек инде, ҡайһы бер мөрәжәғәттәр форумдан форумға күсә башланы: йылытыу системаһы ғына түгел, шул хеҙмәт күрһәткән өсөн түләүҙәр ҙә, берәҙәк эттәр ҙә, йорт алды йорт алды торошо ла борсой булып сыҡты халыҡты. Бер уйлаһаң, халыҡ араһында саҡ атлап килгән әбей-бабайҙар ҙа бар, улар бындай форумдарға ҙур өмөт бағлап килә бит. Шуға һорауҙар оҙаҡ көттәрмәй генә хәл ителһен ине, юҡһа, әлеге сраларҙан ни файҙа?!.
Форумдың төп темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, иҫәпләгестәрҙе лә алыштырҙыҡ, ҡорамалдарҙы ла яңырыттыҡ, тик хаҡтар ғына үҫеүен дауам итә, улай ғын ала түгел, нисек иҫәпләнгәненең осона ҡарт-ҡоро түгел, белемле кеше лә сыға алмай йонсой шул. Форумдарҙың файҙаһы ошондай тәү ҡарашҡа ваҡ мәсьәләләрҙе лә хәл итеһен ине ул, мөһимдәрен дә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: