Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
10 Декабрь 2021, 14:24

Һыйлы көнөң – һыйыр шул...

Баймаҡ районының Төрөкмән ауылында халыҡтың эре малын яндырыр өсөн тартып алалар. Был ҡот осҡос хәлдең сәбәбе – һыйырҙарҙың нодуляр дерматит менән ауырыуы. Был хәл ауыл халҡында асыу тыуҙырған. Ни өсөн тигәндә, түләгән аҡсалары ҡазаланған малдың хаҡын ҡапламай.

Һыйлы көнөң – һыйыр шул...
Һыйлы көнөң – һыйыр шул...

Һыйыр ите һатып алам тиһәң, килоһы 350 һумдан 400 һумға тиклем тора, ә халыҡҡа зыян күргән өсөн бирелгән аҡсаны иҫәпләп ҡараһың, килоһы 140 һумға тура килә икән. Шулай ҙа хәл контролгә алынған, мал хаҡы тулыһынса түләнергә тейеш.

“Һыйлы көнөң – һыйыр” тип юҡҡа әймәгәндәр бит. Һыйырһыҙ ҡалыуың бер, уның һөт-ҡатығынан да мәхрүм ҡалған шул Төрөкмән халҡы. Яман сир таралып китмәһен өсөн уяу булыу мотлаҡ.

Р.УСМАНОВА.

Һыйлы көнөң – һыйыр шул...
Һыйлы көнөң – һыйыр шул...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: