Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
18 Ғинуар 2022, 15:05

Халыҡ һорауҙары яуапһыҙ ҡалмай.

Бөтә республика һәм ҡала халҡы социаль селтәрҙәргә көнүҙәк һорауҙарын яуҙырып ҡына тора.

Халыҡ һорауҙары яуапһыҙ ҡалмай.
Халыҡ һорауҙары яуапһыҙ ҡалмай.

Берәүҙәр юл, икенселәр һыу, өсөнсөләре ремонт һәм башҡа кәрәкле коммуникацияларҙың ҡасан булыуы менән ҡыҙыҡһына. Республика менән идара итеү үҙәге белдереүенсә, бөтә һорауҙар ҙа бөгөн генә, еңел хәл иткәндәй ҙә түгел, шулай ҙа бөтә мөрәжәғәттәрҙе Республика Башлығынан алып ҡала хакимиәте башлығы һәм уның урынбаҫарҙары бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай, ваҡытында яуап бирә.
Ә хәҙер беҙ Стәрлетамаҡ халҡын борсоған һорауҙарға туҡталып үтәбеҙ( социаль селтәрҙәрҙән алынды)
Валентина Ғәбитова: 7-се мәктәптә ҡасан спорт залы буласаҡ?
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең яуабы: 7-се мәктәпкә яңы спорт залы төҙөүҙең проект смета документацияһы тулыһынса әҙер тиергә лә була. Бары тик дәүләт экспертизаһына ебәрергә генә ҡалды. 2022 йылдың икенсе кварталында ыңғай һөҙөмтә алғандан һуң ғына, финанслау сығанаҡтарын билдәләп, яңы спорт залын төҙөүҙө башлаясаҡбыҙ.

Юлиә Тарасова: Маршруткалар йөрөшөн хәл итегеҙ. Ҡайһы берҙә көтөп алып булмай. Мәҫәлән, ВТС яғында туҡталыштар ҙа юҡ.
- Йәмәғәт транспорты хәрәкәтенең схемаһы пассажирҙарҙың һаны буйынса билдәләнә. Көн һайын пассажирҙар һаны буйынса контроль һәм "ГЛОНАСС" навигация системаһы ярҙамында мониторинг үткәрелә. Бынан тыш, ул бөтә маршруттары буйынса автобустар эшен, пассажирҙар туҡталышта автобустарҙы оҙаҡ көтмәһен өсөн хәрәкәт интервалын күҙәтеп барырға, хәрәкәт схемаһын үтәүҙе контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Автобустың емерелеп ултырыуы ла мөмкин.Шул ваҡытта әлбиттә хәрәкәт интервалы оҙайтыла..
Был мәсьәлә буйынса өҫтәмә һорауҙарығыҙ булһа ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлегенә шылтыратырға мөмкин: 24-12-16

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: