Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
9 Февраль 2022, 17:00

Йылдар буйы буш торған бина

Башҡортостанда ер участкаларын тикшерәсәк комиссия ойошторолдо. Республикала барлыҡ ер участкаларының нисек бирелеүен һәм файҙаланылыуын контролдә тотасаҡ комиссия ойошторолдо. Республика Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы. Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре менән берлектә был яңылыҡтың асылы, уның әһәмиәте, халыҡтың тормошон яҡшыртырға нисек ярҙам итәсәге хаҡында һөйләйбеҙ.

Йылдар буйы буш торған бина
Йылдар буйы буш торған бина

Эш нимәлә?
Башҡортостанда ер менән файҙа-ланыуға ҡағылышлы хоҡуҡ боҙоуҙар һанының артыуы теркәлгән. Берәүҙәр участканы үҙ белдеге менән биләп, документһыҙ файҙалана, икенселәр ерҙе маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса ҡулланмай, ә күп кенә урындарҙа йылдар дауамында ер контроле үткәрмәгәндәр, участкалар ташландыҡҡа әйләнеп, йылдар буйы буш ята, ә бит был биләмәләр килем килтерә алыр ине. Һөҙөмтәлә ҡала һәм район бюджеттары ҡуртым түләүҙәрен алып еткермәй, ә был – миллиондарса һәм миллиондарса һум тигән һүҙ.
Радий Хәбиров етәкләгән комиссия һәр муниципалитетта участкаларҙың нисек файҙаланылыуын контролгә ала һәм тикшерә. Комиссия составына Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, «Росреестр», «Россельхознадзор» идаралыҡтары, ҡала һәм район хакимиәттәре, шулай уҡ башҡа ведомство вәкилдәре инә.


Минең ер участкамды ла тикшерерҙәрме?
Әгәр мөлкәтегеҙ шәхси милек булараҡ теркәлгән булһа, бер кем дә тикшереү менән килмәйәсәк. Һүҙ дәүләттән ҡуртымға алынған ер участкалары һәм биналар хаҡында бара.
Эш бына нимәлә. Ҡуртым хаҡы һәм һалым күләме бизнестың төрөнә һәм кадастр хаҡына бәйле. Беренсе пунктта барыһы ла аңлашыла – бер үк майҙанды биләгән супермаркет, балалар баҡсаһы, сәнәғәт предприятиеһы һәм компания офисы төрлө суммалар түләйәсәк.
Кадастр хаҡын билдәләгәндә бик күп факторҙар иҫәпкә алына: участканың урынлашҡан ере, райондың уңайлылығы, инфраструктураның яҡынлығы һәм башҡалар. Стәрлетамаҡ үҙәгендәге ерҙең кадастр хаҡы ут та, газ да булмаған алыҫ райондағы шундай уҡ участка хаҡынан күпкә юғарыраҡ буласаҡ.


Аҡса ҡайҙа китә?
Милеккә һәм ҡуртым түләүҙәренә һалым һәр муниципалитетта үҙенсә билдәләнә. Уны урындағы депутаттар ҡуя, ә йыйылған аҡса тулыһынса ҡала йәки район бюджетына йүнәлтелә.
Шуға күрә урындағы власть, тәү сиратта, үҙ биләмәһендәге ер-мөлкәт мөнәсәбәттәрен тәртипкә килтереү, шуға бәйле ҡаҙнаны тулыландырыу менән ҡыҙыҡһына.
Мәҫәлән, Өфөлә яңыраҡ үткән тикшереү барышында бер участканың рәсми рәүештә һауыҡтырыу комплексы өсөн тәғәйенләнгән булыуы асыҡланды. Уның кадастр хаҡы 11,5 миллион һум. Ғәмәлдәге ставкалар буйынса, ҡуртымға биреүсе ошо хаҡтың 1,7 процентын, йәғни 202 400 һум түләй.
Әммә ысынында иһә, был бинала мунса һәм ресторан урынлашҡан. Дөрөҫ иҫәпләгәндә, кадастр хаҡы өс тапҡырҙан ашыуға – 37,7 миллион һумғаса тәшкил итеп, түләү коэффициенты 4,71 булырға тейеш. Был һалым һигеҙ тапҡырға күберәк – 1,77 миллион һум! Тимәк, бер объекттан ғына ҡала йылына миллион ярым һум аҡсаны алып бөтөрмәгән тигән һүҙ.

 

Фекер
– Ысынлап та, ер өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙың артыуын күрәбеҙ. Ер участкалары реестрындағы мәғлүмәттәрҙең уларҙың фактик статусына тап килмәүе һағайта: сауҙа предприятиеһы кадастр хаҡы «өс тин» булған ерҙә эшмәкәрлек алып бара. Ә бит тап ошо аҡсанан урындағы бюджеттар формалаша. Шуға күрә ҡала һәм район башлыҡтары ер-милек мәсьәләләрендә тәртип булдырыуға иғтибар йүнәлтергә тейеш. Ведомство-ара комиссияның тәүге ултырыштарын аҙна һайын үткәрәсәкбеҙ. Муниципалитет башлығын саҡырып, тәғәйен райондағы хәлде тикшерә башлайбыҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

Ә был ваҡытта
Бушлай тейеш булған участканы йәки уның өсөн компенсацияны онлайн алырға мөмкин

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ведомствоға мөрәжәғәт итмәйенсә ситтән тороп алыу мөмкин булған хеҙмәттәр исемлеген киңәйтергә ниәтләй.
Һеҙ түбәндәгеләрҙе эшләй алаһығыҙ:
  шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһына мохтаж булараҡ иҫәпкә тороу;
  бушлай ер участкаһы урынына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында таныҡлыҡ алыу;
  ер участкаһы урынына аҡсалата түләүҙең үҙен алыу.
Йәғни ғариза биреү өсөн бер ҡайҙа ла барырға һәм сиратта торорға кәрәк-
мәй, бөтә документтар компьютер йәки телефон аша тапшырыла. Һеҙгә «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә раҫланған теркәү генә кәрәк буласаҡ. Адресы: gosuslugi.ru/r/bashkortostan.
Хәбәр итеүебеҙсә, былтыр Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 26 дәүләт хеҙмәтен электрон төргә күсергәйне. Улар араһында – ер участкаһын сауҙалашмайынса ҡуртымға йәки бушлай файҙаланыуға алыу, ер участкаһын бер категориянан икенсеһенә күсереү һ.б. Был барыһы өсөн дә дөйөм һәм мөмкин тиклем кәмерәк документтар теҙмәһенә күсеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Хәҙер документтарҙың тейешенсә булыуын компьютер тикшерә.
Был «кеше факторын» һәм дәүләт хеҙмәткәренең «шәхси мөнәсәбәтен» тулыһынса юҡҡа сығара. Һөҙөмтәлә, ғаризаларҙы формаль сәбәптәр буйынса кире ҡағыу һәм кире ҡайтарыу осраҡтары кәмегән. Ғаризаны ҡарау ваҡыты ла ярайһы уҡ ҡыҫҡарған.

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас: