Көн ҡыҙығына
ЭТТӘР – ДУҪМЫ, ДОШМАНМЫ?
Рәсәйҙә был хайуандарҙың кешегә һөжүм итеүе йышая
Эттәрҙе беҙ кешенең тоғро дуҫы тип һанарға күнеккәнбеҙ. Улар, борон замандарҙа уҡ ҡулға эйәләштерелеп, йорт хайуандары булып киткән. Әммә тормош шулай ҡоролған, йәмғиәттә кешеләр төрлө булған кеүек, хайуандарҙың да төрлөләре була. Бигерәк тә хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Айырыуса һуңғы арала урам, юлдарҙа өйөр-өйөр йөрөгән эттәр халыҡ араһында хафаланыу тыуҙыра. Һәр кем балалары өсөн ҡурҡа. Хәйер, балалар ғынамы һуң?.. Ысынлап та, һуңғы арала өйөрҙәргә берләшкән эттәрҙең кешеләргә ташланған осраҡтары йышайҙы. Ваҡиғалар хатта үлем менән тамамлана...
Ҡойроҡ болғап ҡына йөрөмәйҙәр...
Әлбиттә, закон буйынса хәҙер агрессив эттәрҙе үлтерергә ярамай. Ә эт өйөрҙәре артҡандан арта бара. Тик улар бит ҡойроҡ болғап ҡына йөрөмәй...
Эт һөжүменә бәйле бер-нисә конкрет миҫал килтереп үтәйек. Мәҫәлән, Белорет районында бер ҡатын бәләкәй ҡыҙы менән эттәр һөжүменән ҡарҙан эшләнгән ҡаласыҡ башына менеп ҡотолған. Видеояҙманан күренеүенсә, бала ҡурҡышынан илай, әсәһенән полиция саҡырыуын һорай, эттәр иһә осраған һәр кешегә ташланырға маташа.
Күптән түгел Өфөнөң “Черниковка” биҫтәһендә төшөрөлгән видеояҙмала күренеүенсә иһә ҡараңғы төшкәс эштән ҡайтып килгән полиция хеҙмәткәренә һигеҙ эт бер юлы ташлана. Ошоға бәйле төрлө борсолоулы фекерҙәр яҙалар. Әгәр ҙә ир урынында бәләкәй бала булһа, бәлә көт тә тор, тип күптәр хафалана. Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел, бынан бер-нисә йыл элек нәҡ Өфөлә эттәр бәләкәй малайҙы талап үлтергән ҡурҡыныс хәлде әле лә иҫләйҙәрҙер... Ә үткән йыл апрель айында Учалы районында биш йәшлек бала эттәрҙән таланып һәләк булды. Әсәһе ишек алдында кер йыуған арала малай урамда велосипедта йөрөп килергә тип урамға сыҡҡан, өйҙәренән илле метрҙан да ары китмәгән. Был ҡот осҡос хәлде белгестәр эттәрҙең “туйлап” йөрөгән осорона тап килеүенә бәйләп аңлата. Әммә эш эт ҡылығында ғынамы ни, урындағы хакимиәт етәксеһенә эттәр өйөрө буйынса бер генә түгел, ҡат-ҡат мөрәжәғәт булған да бит, тик чиновник “күрмәгән”.
Яңы йыл байрамы алдынан ғына тағы бер осраҡ булды: Якутск ҡалаһында көпә-көндөҙ 53 йәшлек ҡатынға эт өйөрө һөжүм иткән, таланған ҡатын шунда уҡ йән биргән. Ошо хәлдән һуң ғәҙәттән тыш режим индерелгән, РФ Енәйәт кодексының 293-сө статьяһы 2-се часы буйынса (“Вазифалы кешенең үҙ бурыстарын тейешенсә башҡармауы арҡаһында кешене үлемгә дусар ителеүен күҙ уңында тотҡан”) енәйәт эше ҡуҙғытылған да бит, тик бының менән ҡорбандарҙы кире ҡайтарып булмай шул. Күрәһең, илдә ниндәйҙер проблема менән көрәшергә һуңғы сик кәрәк...
Шулай уҡ Яңы йыл алдынан йәнә Өфөлә шундай хәл булды: әхирәте янынан ҡайтып килгән 15 йәшлек ҡыҙға берәҙәк эттәр өйөрө һөжүм иткән. Эттәр ҡамауында ҡалып ҡото алынған ҡыҙҙың ата-әсәһе социаль селтәрҙәр аша Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы мөрәжәғәткә иғтибар иткән һәм мәсьәләне ыңғай хәл икән. Тимәк, юғарыраҡ урынға мөрәжәғәт иткәндә, хәлде контролдә тоторға була.
Уларҙың да паспорты була
Эт өйөрө һөжүменә дусар булғандарҙың ниҙәр кисергәнен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Сараһыҙҙан бихисап һорауҙар килеп тыуа: ни өсөн эттәр өйөр-өйөр булып урамда йөрөй? Уларҙы контролдә тотоусы хеҙмәт, мәҫәлән, Стәрлетамаҡта нисек эшләй? Быйыл ҡалала нисә кеше эттән тешләнгән, эт тешләгәс ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һ.б.
Бынан бер нисә йыл элек урамда йөрөгән эттәрҙе аулау, бағыу буйынса эшмәкәрлек алып барған Фәнүр Дәүләтбаев әйтеүенсә, эттәр мәсьәләһе күпкә киҫкен тора. Ни тиһәң дә, уларҙың тештәре һәм характеры урынында ҡала. Иң ҡурҡынысы – уларҙың кешегә йәбешеү ихтималлығы. Әгәр ҙә эт ҡасҡан ваҡытта өйөрҙән бер генә эт кешегә өрһә йәки ташланһа, бөтә эттәр күмәкләп шул кешегә, ә күпселек осраҡта балаларға йәбешә! Ә өйөрҙә йөрөгән эттәр, белеүебеҙсә, һәр саҡ ас була. Ә был хәл эттәрҙе тулыһынса йыртҡыстар рәтенә индерә, һәм улар, бүреләр һымаҡ, урманда ҡасып йөрөмәй, ә кешеләр араһында. Был ваҡытта инде бүреләрең ары торһон! Шулай уҡ эт өйөрҙәре бесәйҙәргә, урманда йәшәгән ҡуяндар, ҡоралайҙарға һәм башҡа ҡырағай хайуандарға һәм ҡоштарға ҙур зыян килтерә. Шуға күрә эттәр менән эште төптән, ентекләп өйрәнергә һәм эште эт хужаларынан башларға кәрәк, тип аңлата белгестәр. Һәр эттең паспортын булдырырға һәм иҫәп алып барырға кәрәк, әлбиттә.
Ҡалала йөрөгән эттәрҙең ҡолаҡтарына ветеринария хеҙмәттәре һалған тамғаны күрергә мөмкин. Йәғни хайуан стерилизацияланған һәм кастрацияланған тигәнде аңлата. Берәҙәк эттәр артыҡ ныҡ үрсеп китмәһен өсөн стерилизация һәм кастрация мөмкинселеге булырға тейеш, тип аңлата Фәнүр Фәйез улы. Уның фекеренсә, был да проблеманы хәл итә алмай. Ни өсөн тигәндә, улар кеше күҙенә күренмәйенсә ҡырағай холоҡ менән үҫә. Тоторға теләһәң, яҡын килмәйәсәктәр. Этте тотор өсөн төрлө саралар эшләргә мөмкин, тик бер этте тотоуға күп ваҡыт үтә һәм гел генә уңышлы килеп сыҡмауы ла бар. Этте аулау өсөн максималь ара – 15 метр. Ә эттәр кешеләрҙең ғәҙәтен яҡшы белә һәм тоторға иткәндәрен йыраҡтан уҡ аңдып тора икән.
Приюттар кәрәк
Йәмғиәттә эттәргә ҡарата ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр йөрөй тиергә була. Был турала ентекләберәк белешер өсөн интернет селтәрҙәренә күҙ һалыу ҙа етә. Мәҫәлән, яратҡан актрисабыҙ Айгөл Зөбәйҙуллинаны волонтерҙар иҫәбенә индерергә була. Урамда йөрөгән хужаһыҙ эттәр, бесәйҙәр яҙмышы борсой уны. Оло йөрәкле ҡатын уларҙы ашатып, эсереп кенә ҡалмай, стерилизациялай, шунан артабан интернет селтәре аша уларға яңы хужалар эҙләү менән дә мәшғүл. Кешеләр аҡсаға табынған заманда был хәл ҡайһы берәүҙәр өсөн бер аҙ сәйерерәк тә тойолалыр.
Ғәмәлдә урамда йөрөгән берәҙәк эттәрҙе айырым бер хеҙмәт аулап, ваҡытлыса приюттарға тапшырырға тейеш. Стерилләштереү, ҡотороуҙан вакцина, башҡа кәрәкле ветеринар-санитария саралары эшләнгәндән һуң, улар кире урамға ебәрелә.
Нормаға ярашлы, ҙур ҡалала 1000 кешегә яҡынса 3-4 эт тура килергә тейеш. Республикала был күрһәткес тиҫтәләгән тапҡырға күберәк. Эттәр ҡалаһы берәҙәк хайуандарҙың һанын көйләргә ярҙам итер ине, тигән фекерҙә проектты хуплаусылар. Әммә был проект әлегә ҡағыҙҙа ғына ҡала.
Күреүебеҙсә, мәсьәлә күп ҡырлы. Уны эттәрҙе аулаусы ойошмалар, зооһаҡлаусыларҙың һәм шул уҡ ваҡытта балаларын тышҡа сығарырға ҡурҡҡан әсәләрҙең фекерҙәрен дә күҙ уңында тотоп хәл итергә кәрәк.
Кешеләр ҙә... йыртҡыс һымаҡ!
Үкенескә ҡаршы, эттәр кешеләргә генә түгел, кешеләрҙең үҙҙәренең дә эттәргә ҡарата “хайуандарса” мөнәсәбәтен күҙәтергә була бөгөнгө көндә. Был турала ла әйтеп китмәү мөмкин түгел.
Хәҙер беҙ виртуаль донъяла йәшәйәбеҙ, был йәһәттән интернет селтәре аша ниндәй генә мәғлүмттәргә тап булмайһың! Мәҫәлән, бер төркөм үҫмерҙәрҙең көсөктәрҙең ауыҙына шартлатҡыс тығып шартлатҡандары ла бар, юғары ҡаттан ырғытылған бесәй, яндырылған эт һ.б. Ә яңыраҡ Салауат ҡалаһында булған хәл бөтөнләй ахрызаман билгеһе һымаҡ: видеояҙманан күренеүенсә, бер зоофил сәүек этте көсләп(!..) үлтергән. Меҫкен мәхлүкте бер нисә тапҡыр дауалап аяҡҡа баҫтырғандар. Һаман да шул эткә ҡаныҡҡан әҙәм аҡтығы үҙенең хәжәтен үтәүен дауам иткән. Тәүҙә эттәр ҡыҙыҡһындырһа, аҙаҡ балаларға һөжүм итмәҫ тимә!.. Бындай имәнесле хәлдәргә күпме генә иғтибар итмәҫкә, күҙ йоморға тырышһаҡ та, интернет селтәрҙәренән күренеүенсә, зоошизиктар Өфөлә лә, Стәрлетамаҡ та ла табылып тора.
Йомғаҡлау урынына
Эттәр йәл, эттән бигерәк, әлбиттә, эт һөжүменә дусар булған кешеләр йәл. Тик үҙеңде лә, эттәрҙе лә нисек һаҡларға һуң? Совет заманындағы һымаҡ атып, тауҙай итеп йөк машинаһына тейәп алып китергәме, әллә тотоп ашатып, ҡарап, теркәп торорғамы? Гуманлылыҡ принциптарынан сығып уйлағанда, әлбиттә, икенсе аҙым дөрөҫ. Әммә бының өсөн тейешле хеҙмәт булыуы ғына аҙ, ул хеҙмәт тейешле кимәлдә эшләргә лә тейештер. Шул саҡта бәлки эттәр проблемаһын оноторбоҙ. Ә әлегә йәмғиәт һаман да баш вата: эттәр беҙгә дуҫмы, әллә дошманмы?..
Һандар һөйләй
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала ғына ла утыҙ меңдән ашыу берәҙәк эт иҫәпләнә. БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белдереүенсә, Стәрлетамаҡта 2021 йылда хайуандарҙан тешләнеү (зыян күреү) арҡаһында медицина ярҙамы һорап 936 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 256-һы – 17 йәшкә тиклемге балалар. Эттән тешләнгән, таланған, һеләгәйенә буялғандар дөйөм зыян күреүселәрҙең 58 процентын тәшкил итә. Әйткәндәй, 2021 йылда ҡотороп ауырыу осраҡтары теркәлмәгән, әммә шулай ҙа был йоғошло инфекцияның ҡурҡыныс икәнлеген бер ҡасан да оноторға ярамай. Ә бит ҡотороу ауырыуы дауалап булмай торған сир, үлем менән тамамлана.
ФЕКЕР:
Фәнүр ДӘҮЛӘТБАЕВ:
- “Ҡарауһыҙ ҡалған эттәрҙең күбәйеү сәбәбе нимәлә?” тигәндә, минең уйлауымса, беренсенән, ҡарауһыҙ ҡалған эттәр күбеһенсә хужалары ташлап китеү арҡаһында барлыҡҡа килә. Улар, хужаһыҙ ҡалғас, үҙҙәренең тамағын туйғыҙыу өсөн ҡайҙандыр аҙыҡ табырға тейеш. Әлбиттә, тәү сиратта сүп контейнерҙары янында ҡалдырған аҙыҡты ашарға мәжбүр булалар. Шуға күрә яйлап уларҙың үҙ территорияһы барлыҡҡа килә һәм шул территорияны һаҡлай башлайҙар. Тәүҙә эттәрҙән генә һаҡлаһалар, артабан кешеләрҙән дә һаҡлай башлайҙар – кемдәр аҙыҡ һалмай, уларҙа шул кешеләргә ҡарата асыу тыуа һәм ташлана башлауҙары ла ихтимал. Яйлап балалары тыуа һәм көсөктәрен дә шул ҡырағай ҡанундарға өйрәтәләр. Эт балалары ла үҫкәс үҙҙәренә яңы биләмә эҙләй. Эттәр кеше күҙенә күренмәгән урында көсөкләй һәм үҫкәнсе шул ҡағиҙәне боҙмайҙар, кешегә күренеп бармайҙар. Күбеһенсә ташландыҡ баҡсаларҙа һәм урман эстәрендә оя эшләйҙәр. Иң аянысы шунда, бүреләр менән сағыштырғанда, эттәр кешеләрҙең манераһын, ҡылығын яҡындан белә, һиҙә. Шуға күрә был эттәр үҙҙәрен ҡайҙа нисек тоторға белә. Үҙҙәренә кәрәккәндә кешегә юхаланып аҙыҡ һораһалар, ваҡыты менән кешегә зыян килтереүҙәре лә ихтимал.
Әйткәндәй, йыртҡыстарҙан ҡурсаланыу һәм хәүефһеҙлек саралары ла бар. Мәҫәлән, магазиндарҙа эттәрҙе өркөткөс ҡорамалдар һатыла. Хаҡтары ла әллә ни ҡиммәт түгел.
Роза САФИНА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.