Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 17 октябрҙән 14 ноябргә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар әллә ни һиҙелерлек үҙгәрмәгән тиерлек, помидор менән ҡыярҙы иҫәпкә алмағанда, уларҙың килоһы 4 аҙна элек 86 һәм 76,4 һум торһа, хәҙер иһә 114 һәм 85 һум тәшкил итә. Борщ өсөн йәшелсәләрҙең хаҡтары бер аҙ кәмегән. Сөгөлдөрҙең килоһы 25,7 һумдан 24,3 һумға ҡалған, йәғни 1,4 һумға кәмегән. Кәбеҫтә 50 тингә кәмеп, 19,8 һумдан 19,3 һум булып киткән. Бәрәңге 40 тингә кәмегән, йәғни уның бер килоһы өсөн хәҙер 26,3 һум түләйбеҙ. Шәкәрҙең бер килоһы 66 һумдан 65 һумға төшкән,ҡарабойҙай 88,5 һумдан 83,8 һумға кәмегән, сырҙың килоһы 676 һум торған, хәҙер иһә 662,8 һум тора. Аҡ майҙың хаҡы 10 һумға төшкән, хәҙер уның килоһы - 759 һум. Һөт үҙгәрмәгән тиерлек, уның литры 65,2 һум тәшкил итә, октябрҙә 65,4 һум булған. Аҡ икмәктең һәм булканың килоһы 80 һум тора, октябрҙә 80,2 һум торған. Иткә килгәндә, һыйыр ите 5 һумға ҡыйбатланған , элек килоһы 487 һум булһа, хәҙер 492 һум түләйбеҙ. Ә бына тауыҡ итенең хаҡы 1 һумға артҡан , уның килоһы 166 һум тәшкил итә, шулай уҡ йомортҡаға ла хаҡтар артып, хәҙер уның 10 тиҫтәһе 68,5 һум тора. Шулай итеп инфляция беҙҙең төбәктә октябрь айында 12,9 процентҡа тиклем кәмегән, бер ай элек ул 14,7 процент тәшкил иткән булған. Ғөмүмән, беҙҙең төбәктә хаҡтарҙың үҫеш темпы ярты йыл үткәс кенә кәмей.
Тинләп, 1-2 һумлап кәмегән хаҡтар һиҙелмәй бит ул, көлкө генә, миңә ҡалһа…
Римма ҒӘЛИМОВА.