Замана технологиялары менән ҡулланыу һәр ваҡыт отошло, сөнки үҙеңдең шәхси кабинетыңда бар мәғлүмәт теркәлә, уға ҡушылыусылар һаны артһа, был система тағы ла алға үҫешәсәк. Әлегә был ҡушымта ярҙамында электр энергияһы, һыу, газ, йылылыҡ, капремонт өсөн түләргә, эҫе һыуҙы ҡасан һүндерәсәктәрен, йортҡа капиталь ремонтлау ваҡытын белергә мөмкин.
Әгәр идарасы компания ихатаны йыйыштырмаһа, торбаларҙы төҙәтмәһә йәки башҡа төрлө бурыстарын үтәмәһә, ҡыйыу рәүештә мөрәжәғәт яҙығыҙ. Бындай мөрәжәғәтте ошо система аша ла ебәрергә мөмкин. Мәсьәлә артабан да хәл ителмәһә, тикшереү органдарына хәбәр итегеҙ. Был – һеҙҙең хоҡуҡ, сөнки хеҙмәтләндереү өсөн аҡса түләйһегеҙ. ТКХ ГИС-ы (Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһы) сервисының интернеттағы адресы: dom.gosuslugi.ru. Уңайлы булһын өсөн телефонығыҙға ҡушымтаны күсереп алығыҙ. Айырым теркәлергә кәрәкмәй, “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге раҫланған яҙма аша инә алаһығыҙ.