Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
7 Декабрь 2022, 17:50

Ҡыҙыҡлы башланғыстарға тормошта урын табыла

Яңыраҡ ҡала хакимиәтендә беренсе тапҡыр граждандар башланғыстары (инициативалары) сәғәте үтте. Был иһә республикала беренсе тапҡыр халыҡ менән аралашыуҙың тағы ла бер төрө булып тора.

Шулай уҡ сара коммерция булмаған  ойошмалар өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы, сөнки ҡалала йәмәғәтселек башланғысындағы ойошмалар бихисап. Бындай сәғәттәрҙе үткәрергә ҡала йәмәғәтселек палатаһы рәйесе, граждандар инициативаларын яҡлау төбәк ресурс үҙәге етәксеһе Евгения Долгих тәҡдим иткән. Хакимиәттә был башланғысты хуплағандар.

Был сарала өс проект ҡаралды. Тәүгеһе – Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы отҡан грант сиктәрендә үткәреләсәк “Беҙ бергә” этнофестивале. Уларҙың гранты мәҙәни инициативаларҙың Президент фонды гранттары 4-се махсус конкурс еңеүсеһе булған. Грант күләме – 480 мең һумдан ашыу аҡсаға торошло. Декабрь аҙағына планлаштырылған этнофестивалдә ҡалабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың сағыу байрамы күҙаллана. Был  проектҡа Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан күсеп килеүселәр ҙә йәлеп ителәсәк.

Икенсе проект буйынса инвалид балалары булған ата-әсәләрҙең төбәк ижтимағи ойошмаһы мөрәжәғәт итте. Улар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булған балалар менән эшләй. Һуңғы өс йылда ғына ла 5 миллион һумға торошло ете грант отҡандар. Улар йәй көнө “Айырылып торған продлЁнка” тигән проектты башлаған.  Уның асылы шунда: өйҙә уҡыған инвалид балаларҙың белем сифатын күтәреү.  “Балалар – беҙҙең бәхет” йәмәғәтселек ойошмаһы  граждандар башлағысында ҡуртым хаҡын кәметеүҙе һорап мөрәжәғәт иттеләр. Шул уҡ ваҡытта уларға мәғлүмәт ярҙамы ла талап ителә. Урындағы баҫмаларҙа улар хаҡында күберәк яҡтыртырға кәрәк тигән бер уртаҡ фекергә килде сарала ҡатнашыусылар.

Өсөнсө проектты ҡалабыҙҙың 1-се һәм 6-сы гимназияһы уҡыусылары тәҡдим итте. Улар GATSBY’s BOMOND командаһын уйлап тапҡан. Улар 14-22 йәштәгеләр өсөн белем биреү саралары үткәрергә хыяллана. Ҡыҙыҡлы спикерҙар менән файҙалы осрашыуҙар үткәрергә уйлаҙар. Улар үҙҙәренең хыялдарын тормошҡа ашырыр өсөн 300 кеше һыйышлы бина һорап килгәндәр ине.

Әлбиттә, күҙҙәре янып торған инициативалы кешеләрҙе етәкселәр хуплап ҡаршы алды һәм ярҙам итергә вәғәҙә итте. Бер һүҙ менән әйткәндә, аралашыуҙың яңы төрө булған – “граждандар инициативаһы сәғәте” – ул  башланып ҡына торған йәки эшләп килгән проекттарҙы ҡарау һәм хакимиәт, депутаттар тарафынан уларға төрлө ярҙам күрһәтеү. Әлеге мөрәжәғәттәр ыңғай яуап алған һымаҡ, ҡалған проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ла был эш дауамлы булыр.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Ҡыҙыҡлы башланғыстарға тормошта урын табыла
Ҡыҙыҡлы башланғыстарға тормошта урын табыла
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: