Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡты нимә борсой?
26 Апрель 2023, 12:20

ҠАЙҘА ЛА БЕР БАЛЫҠ БАШЫ

Флюорография булыр, йорттар йәшәрлек шартҡа килер!

19 апрелдә “Сода” мәҙәниәт һарайында ҡалабыҙҙың Сода биҫтәһендә йәшәүселәр менән ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм уның урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре, муниципаль предприятиелары директорҙары осрашты. Сараны ҡала хакимиәте башлығы ошо биҫтәлә, айырыуса паркта башҡарылған эштәр менән таныштырыуҙан башланы. Аҙаҡ һорауҙар яңғыраны, араларында ҙур проблемалар күтәргәндәре лә бар ине.. Әлбиттә халыҡты иң борсоғаны торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре, ихаталарҙың торошо, транспорт, медицина мәсьәләләре булды.

Бигерәк тә Тимер юлы урамы буйынса 52-се йортта йәшәүселәр йорттары алдындағы сүп-сар өйөмдәренә зарланды, улай ғына ла түгел, ошо тирәләге наркомандар ҙа йонсота икән уларҙы, наркомандар нәҡ шул сүп өйөмө янына йыйыла…

Ошо уҡ урамдың 14 йортонда йәшәүселәр капиталь ремонттың тейешле башҡарылмауына, йорттоң 1968 йылда төҙөлгән булыуына иғтибарҙы йүнәлттеләр. Күптәр, бигерәк тә өлкән йәштәге кешеләр  капиталь ремонт өсөн түләүҙән баш тарталар икән, сөнки ул башҡарылғансы беҙ йәшәп өлгөмәйәсәкбеҙ, тиҙәр улар.

Тукай урамында урынлашҡан 63 йорттағы кешеләр йылы һыуҙың тиҙ йылынмауына зарланды. Ҡала хакимиәт башлығы төрлө структураларҙың етәкселәренә шунда уҡ мөрәжәғәт итеп, хәлде асыҡланы, күп осраҡта ярҙам итергә вәғәҙә итте, ҡайһы бер мөрәжәғәттәр буйынса ҡалып һөйләшергә тәҡдим итте.

Тағы ла бер мөһим мәсьәләләрҙең береһе медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы булды. Дөйөм алғанда, бындағы халыҡ хеҙмәтләндереү менән ҡәнәғәт. Тик бына флюорография үтеү өсөн уларға бөтөнләй икенсе биҫтәгә барып 2-3 сәғәттәрен сарыф итергә тура килә икән. Ҡала хакимиәт башлығы шунда уҡ был мәсьәлә буйынса, баш табиптан яуап алды, уныһы министрлыҡҡа яҡынса 15 миллион һумлыҡ ҡоролма алырға аҡса һорап мөрәжәғәт итеүҙәрен әйткәс, Рөстәм Фәрит улы был эште тиҙләтеү өсөн үҙе лә мөрәжәғәт итергә вәғәҙәләне. Тәжрибә күрһәтеүенсә, ҡала башлығы үҙе тотонғанда был маҡсат тормошҡа тиҙерәк ашылыр, тигән өмөт бар.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа килгәндә, ҡайҙа ла бер балыҡ башы тигәндәй, биҫтәлә йәшәүселәр идара итеүсе компания эше менән ҡәнәғәт түгел. Ғөмүмән, ҡалабыҙҙың һәр биҫтәһендә йәшәүсе халыҡ идара итеүсе компанияны үҙе һайлай ала. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләмәйҙәр икән, йыйылыш ойоштораһың да мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуяһың, ә һайлау мөмкинлеге берәүгә лә тыйылмай. Ошо хаҡта ла аңлатып үтте халыҡҡа етәкселәр..

Башҡорт ихаталары, подьездарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Нисек кенә булмаһын, был осрашыу  урындағы чиновниктарҙың ҡала халҡы мәнфәғәтендә эшләүҙәренә ышандырҙы.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

ҠАЙҘА ЛА БЕР БАЛЫҠ БАШЫ
ҠАЙҘА ЛА БЕР БАЛЫҠ БАШЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: