Башҡа квитанцияларҙан әллә ни айырмаһы ла юҡ, хатта QR-коды һәм лицевой счеты бар. Документ тәү ҡарашҡа ғәҙәти түләү ҡағыҙы һымаҡ тойолһа ла, иғтибарлыраҡ булһағыҙ, түбәндә ваҡ шрифттар менән «ҡағыҙ – түләү документы була алмай», - тип яҙылған. Әгәр квитанцияны бер тапҡыр ғына түләһәгеҙ ҙә автоматик рәүештә улар менән килешеү төҙөгәнһегеҙ булып сыға.
Римма ҒӘЛИМОВА.