Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
15 Декабрь 2018, 01:33

Гөбәҙиә нисек әҙерләнә

Гөбәҙиә (башҡорт-татар ризығы)
Ҡамыр өсөн: һыйыр майын иретәбеҙ, уға ойотолған һөт, йомортҡа, тоҙ, шәкәр, сода, он һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. 20 минут һыуытҡыста тотабыҙ. Шул арала эслектәрен эшләйбеҙ.
Эслектәр ҡамырға ҡатлам ҡатлам итеп һалына. 4 ҡаттан торасаҡ ул.
1 се ҡат- бал, май менән буталған эремсек.
2 се ҡат- яртылаш бешерелгән дөгө ярмаһы. Май менән бутарға.
3 сө ҡат- эҫе һыуҙа бүрттерелгән күрәгә һәм ҡара емеш. Күрәгәне 3-4 өлөшкә турарға кәрәк.
4 се ҡат- ваҡлап туралған бешкән йомортҡа.
Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып уларҙы парлап ҙур һәм бәләкәй өлөштәргә бүлеп сығабыҙ. Ҙурын йәйеп йәймәгә ҡатлап-ҡатлап эслектәрҙе һалғас, ситтәрен йыябыҙ. Бәләкәйерәк өлөштө йәйеп гөбәҙиәнең өҫтөн ҡаплайбыҙ, ике йәймәне матур ғына биҙәктәр менән тоташтырып сығабыҙ. Ҡыҙыу мейестә 25-30 минут бешереп алырға.
Әгәр ваҡыт булмаһа мин гөбәҙиәне ваҡ итеп эшләп тормайым, ә табала ҙур итеп берәүҙе генә эшләйем.
#Хужабикә
#аш_һыу
Гөлнур Ҡыуатова.
Башстатус төркөмөнән.
Читайте нас: