Эслек өсөн өйрәк ите алына. Шулай уҡ башка төрлө ит тә ярай – һыйыр, һарыҡ, ҡаҙ ите менән дә бик тәмле буласаҡ. Тәм өсөн бер аҙ ҡаҙ майы өҫтәп ебәрергә лә була.
Эслек өсөн өйрәк итен, өйрәктең эсәк-бауырын ваҡ ҡына итеп турайбыҙ ҙа, шулай уҡ шаҡмаҡлап туралған картуф, һуған ҡушып, тоҙ менән борос һалып болғатабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп майланған табаға түшәйбеҙ ҙә эсенә эслекте һалабыҙ. Бәлештең өҫтөн ҡамыр менән ябып, ситен ҡымтып сығабыҙ. Ныҡ ҡыҙҙырылған эҫе мейескә ике сәғәткә ҡуябыҙ. Башта 200-220 градуста йөҙө килгәнсе тотабыҙ ҙа, унан утты 180 градусҡаса һүрәнәйтәбеҙ. Бәлешегеҙ тәмле булһын!
Рубриканы Р.САФИНА алып бара.