Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сейә бәлеше

Сейә бәлешеСейә бәлешен ялан сейәһенән бешерәләр. Сөнки уның һөйәге йомшаҡ ҡына була. Тәме лә баҡса сейәһенә ҡарағанда татлыраҡ.

Бәлештең тыш-лығы өсөн сейләй ойоған һөткә саҡ ҡына тоҙ, аш содаһы ҡушып ҡамыр баҫалар. Бер аҙ ҡаймаҡ өҫтәп ебәрһәң бигерәк тә тәмле килеп сыға. Ҡамыр бер аҙ ятып торғас, бәләкәй генә киҫәктәргә бүлеп, йәймә йәйәләр. Эслек өсөн сейәгә ауыл ҡаймағы һалып, саҡ ҡына шәкәр, он һибеп бутайҙар. Ул арала табаларҙы әҙерәк йылытып, майлап әҙерләй торһаҡ та ярай. Йәймәләргә эслекте һалып сыҡҡас, ике яҡтан бөрөп, ситен матур итеп семәрләп бөгөп сығалар ҙа духовкаға бешерергә ҡуялар. Ауыл мейесендә бешерһәң, бигерәк тә уңа. Йөҙө килһен өсөн тәүҙә ут ҡыҙыу булырға тейеш, унан һүрәнәйтәләр. Бәлеш тиҙ бешә, ярты сәғәт-ҡырҡ минут тирәһе ваҡыт үтеп, өҫтө ҡыҙарғас, мейестән алырға ла була. Бәлеште һыуынғас ашаһаң, тәмлерәк була. Ғәҙәттә һәр кемгә өлөшләп берәр бәлеш һалып сығалар. Ҡаймаҡ менән мәтрүшкәле сәй янына бирергә мөмкин.
Бәлешегеҙ тәмле булһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: