Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
19 Декабрь 2019, 20:25

Тәмле "Ханым"

Был үзбәк ашы беҙҙә лә киң таралған.

​Тәмле «ханым»
Уны картуф менән генә лә бешерергә була. Беҙҙә ғәҙәттә ит ҡушалар. Ә ҡайһы берәүҙәр ит урынына үпкә-бауыр ҡушып ебәрә.

Уны әҙерләү өсөн :
1 кило фарш;
1 кила картуф;
1 кило һуған;
кәрәгенсә тоҙ-борос алына;

Ҡамыр баҫыу өсөн 2 йомортҡа, 150 г ҡайнаған һалҡын һыу, бер семтем тоҙ кәрәк буласаҡ.

Һуғандың яртыһын вак ҡына турап, фаршҡа ҡушабыҙ. Һуғаны күберәк булһа, «ханым» тәмлерәк була.

Картуфты йоҡа ғына итеп оҙонсалап турайбыҙ ҙа ит менән ҡушып болғатабыҙ. Әгәр ит майһыҙыраҡ икән, аҙ ғына ҡайнаған һыу ҡушып ебәрергә ярай.

Туҡмас ҡамырынан йомшағыраҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа дүрт киҫәккә бүләбеҙ. Шунан һәр береһен йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ.

Ошо йәйемгә бик ҡалын итмәй генә итле картуфты һалып сығабыҙ. Ҡамырҙы рулет һымаҡ төрәбеҙ. Мантый бешерә тоған һауыттарҙы майлап, теге төргәктәрҙе ҡатлап һалабыҙ. 45 минуттан һуң «Ханым» әҙер була.
«Ханым»ды табынға телемләп турап, өҫтөнә соус йәки керән һалып сығарабыҙ. Петрушка япраҡтары менән биҙәргә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Рубриканы Роза ҠОБАҒОШОВА алып бара.
Читайте нас: