Салат әҙерләү өсөн дүрт йомортҡа, бер кишер, бер киҫәк тауыҡ ите, сыр, кукуруз, киви, майонез кәрәк буласаҡ.
Бындай салат ҡатлам-ҡатлам итеп яһала.
башта йомортҡаны, тауыҡ итен һәм кишерҙе бешерәбеҙ. Йомортҡа, кишер, сырҙы ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, ә тауыҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ.
Салат матур килеп сыҡһын өсөн, салат һауытының уртаһына стакан ҡуябыҙ. Унан һуң стакан тирәләй түбәндәге тәртип буйынса продукттарҙы һалып сығабыҙ: йомортҡа, майонез, тауыҡ ите, майонез, кишер һәм сыр, майонез. Өҫтөнә кукуруз теҙәбеҙ һәм киви менән биҙәйбеҙ.