Малдың үпкә-бауырын, йөрәген, эс майын сайҡатып, таҙалап йыуғас, ҙур ғына табаҡҡа ваҡ ҡына итеп турап һалалар. Тураһаң, ул ит турағыстан үткәргәнгә ҡарағанда күпкә һутлыраҡ та, тәмлерәк тә һәм файҙалыраҡ та була. Тәмлерәк булһын өсөн һуған йәки һарымһаҡ ҡушып ебәрәбеҙ. Шулай уҡ ярты стакан бүрттерелгән дөгө йәки тары ярмаһы ҡушабыҙ, ярма тултырманың майын һура, уға йәм һәм тәм бирә. Борос, тоҙҙо һәр кем үҙе теләгәнсә самалап һала.
Тултырма өсөн эслекте осо еп менән бәйләнгән эсәктәргә бушағыраҡ ҡына итеп тултыралар, ни өсөн тигәндә, бешкәндә эсәк тарая һәм ярылырға мөмкин. Икенсе осон да бәйләгәс, тултырманы ҡайнап торған һыуға һалып ебәрәләр. Ҡайнап сыҡҡас, төрлө яғына әйләндереп, 4-5 урындан нәҙек энә менән тишкеләйҙәр. Шулай иткәндә ул ярылмаясаҡ. Тултырма бер сәғәттә бешеп өлгөрә. Табынға эҫе көйө бер-ике иле ҡалынлыҡта ҡырҡып бүлгеләп ултыртарлар.
Һуғымдарығыҙ бәрәкәтле булһын, табындарығыҙ йәмле, ейгән ризыҡтарығыҙ тәмле булһын!
Рубриканы Роза ҠОБАҒОШОВА алып бара.