Ҡамыр баҫыу өсөн: 400 г он, 120 г маргарин, 100 г шәкәр, 2 йомортҡа, бер балғалаҡ йомшартҡыс; эслек өсөн: 250 г еләк; өҫтөн йөҙләү өсөн: 200 г ҡаймаҡ, 100 г шәкәр, 2 йомортҡа, ике ҡалаҡ он кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү ысулы:
Башта йомортҡаны шәкәр менән ҡушып туғыйбыҙ. Маргаринды иретеп бер аҙ һыуытырға ҡуябыҙ. Шунан йомортҡа менән бергә ҡушып бутайбыҙ. Йомшартҡысты онға һибеп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ләүештең өҫтөн йөҙләү өсөн йомортҡаны шәкәр менән ҡушып туғыйбыҙ.