Ярты кило онға 5 йомортҡа, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 аш ҡалағы һары май, самалап тоҙ алына.
Ошоларҙың бөтәһен дә ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ. Әҙерәк кенә ҡабартырға ҡуйып торабыҙ. Ҡабарғас, ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә 1,5-3 см тирәһе оҙонлоҡта киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ.
Бауырһаҡты ҡыҙыу ғына ҡаҙанда көнбағыш майында туҡтауһыҙ болғай-болғай тиҙ генә бешереп алып торабыҙ, һарҡытып оло табаҡҡа һала барабыҙ. Бауырһаҡты бешереп бөткәс, өҫтөнә эҫе генә бал ҡойоп болғатабыҙ, йә булмаһа аҙ ғына һыу һалып эретелгән шәкәр һалып бутаһаң да ярай. Аҙаҡ өҫтөнә шәкәр пудраһы һибеп, киптерегән емештәр йәки төҫлө тәмлекәстәр менән биҙәп ҡуйһаң бигерәк тә матур була.
Баллы бауырһаҡлы сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, күңелдәрегеҙ көр булһын!