Гөлназ Ишемғолованан тәмлекәс

Бәхетлебеҙ! Яҡты көндәребеҙ, айлы төндәребеҙ, ҡыуаныс-шатлыҡтарыбыҙ, уңыштарыбыҙ, хатта ваҡыт-ваҡыт килеп сыҡҡан борсолоуҙарыбыҙ менән бәхетлебеҙ!

Һәр бер көнөбөҙ беҙгә Хоҙай тарафынан бүләк итеп бирелгән. Ошо бүләкте нисек ҡабул итәсәгебеҙ ҙә бары үҙебеҙҙән тора. Һәр хәлдә, үкенесле итеп йәшәмәҫкә тырышайыҡ! Үткәндәргә үкенеп, бөгөнгөбөҙҙө үпкәләтмәйек. Ышаныс, өмөт менән аяҡ баҫырға яҙһын яңы көнгә!
Һәр яңы көнөбөҙ яҡындарыбыҙ менән һый тулы түңәрәк өҫтәл артында ултырып, сөкөрләшә-сөкөрләшә ҡуйы итеп яһалған хуш еҫле сәй эсеү менән башланһа, шәп тә инде! Етмәһә, өҫтәлдең ҡап уртаһындағы тәрилкәлә үҙ ҡулдарың менән эшләгән тәмле сыр ҙа торһа! Ммммм!...

Сырҙы бына ошолайтып эшләйек:
1 литр һөттө ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала 3 йомортҡаны туғыйбыҙ ҙа 200 гр. магазин ҡаймағын ҡушабыҙ. Әйткәндәй, ҡаймаҡ ҡуйы булһын, 20% яҡшы, ә бына ауыл ҡаймағы менән эшләп ҡарағаным юҡ.
Һөт ҡайнап сыҡҡас, йомортҡалы ҡаймаҡты өҫтәйбеҙ ҙә, бер ҡалаҡ тоҙ һалабыҙ. Эргәһенән китмәй генә болғап тороғоҙ, йәме. Һөттөң кәстрүлдән ҡаса торған шаян холҡо бар бит әтеү)
Бына ҡаймаҡлы-йомортҡалы һөт йәнә ҡайнап сыҡты, хәҙер утын яяяяй ғына итәбеҙ һәм теүәл 7 минуттан, эремсеге айырылып сығыу менән һүндерәбеҙ.
Тағын 7 минут көтәбеҙ ҙә, ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткес үләндәр, әгәр булһа паприка ҡушып бутап, 10 минутҡа тыныслыҡта ҡалдырырға кәрәк.
Шунан инде һарҡытырға һәм килеп сыҡҡан сырҙы һауытҡа һалып берәй ауыр нәмә менән баҫтырырға ҡалды.
Мин башта дуршлагҡа йәтеш кенә сепрәк салфетка һалып һарҡыттым да, аҙаҡ сепрәген алып дуршлагтағы сырҙың өҫтөнә бәләкәй тәрилкә, уның өҫтөнә ҡайнатмалы банка ҡуйып баҫтырып ҡуйҙым. Иртән бына ошондай тәмле сыр менән сәй эстек!

Әҙерәк Адыгея сырына ла оҡшаған. Ҡыяр менән помидор салатына ла ҡушып ебәрергә бына тигән! Ниңә минутлап һанайһың тимәгеҙ инде, әйтә алмайым, шулай өйрәнгәнмен)
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтарым!
Иң ҡәҙерлеһе, иң бәхетлеһе булып йәшәгеҙ, йәме!
Гөлназ Ишемғолова.
Читайте нас