Етте еләкле йәйҙәрем!..

мБына йәй уртаһы – еләкле мәл етте. Ер еләге уңды быйыл. Тәбиғәт беҙгә үҙенең байлығын йомарт бүләк итә. Йәйҙең ошо һанаулы ғына көндәрендә халыҡ кемуҙарҙан тигәндәй, еләк йыйырға тип яланға ағыла. Тәбиғәт менән аралашып йәнеңә дауа алыуҙан да рәхәт мәл бар микән?! Бына ҡайҙа ул ысын бәхет! Ә еләктән әҙерләгән тәмле-тәмле бәлештәр, ҡайнатмалар, компоттар һуң?! Яңы ғына йыйған еләкте һөткә, ҡаймаҡҡа йәки ҡатыҡҡа бутап ашаһаң да бик тәмле. Ер еләген юҡҡа ғына еләктәр батшаһы тимәйҙәрҙер шул. Һеҙҙең иғтибарығыҙға еләктән бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ, ҡайһы берҙәрен иҫкә төшөрөп үтәбеҙ.

Ҡаҡ
Ҡаҡ ҡойоу өсөн еләкте һүрән генә утта быҡтыралар. Еләк бер аҙ һыуынғас, иләк аша үткәреп, һөҙөп, майланған таҡтаға йоҡа ғына итеп йәйеп ҡуялар. Йәй көнө уны саф һауала киптерәләр. Ҡайһы берҙә алдан һөттә ҡайнаталар. Бер нисә көн яҡшы елләтелгән урында йәки йылы мейестә киптерәләр. Уны ҡаҡлау тип әйтәләр.
Еләкте быҡтырмай ғына иҙеп тә ҡаҡ ҡойорға мөмкин.
Еләктән компот
Өс литрлыҡ компот яһар өсөн 1,5 стакан баҡса еләге кәрәк.
Өс литр һыуға бер стакан шәкәр ҡушып, сироп яһайбыҙ. Таҙартылған еләктәрҙе стерилләнгән банкаларға ҡойоп өҫтөнә ҡайнар сироп ҡоябыҙ. Ҡапҡасын япҡас, баш түбән түңкәреп, өҫтөн йылы әйбер меән ябып төрөп ҡуябыҙ.
Һүҙемде Сәкинә Тотманованың шиғыр юлдары менән тамамлап ҡуйырға теләйем.
Етте еләкле йәйҙәрем!
Бал еҫтәре йән яҡта.
Ҡояш нуры менән ямғыр
Йәйғор төҙөгән саҡтар!
Ҡоштар моңо оноттора
Донъя мәшәҡәттәрен,
Һыу буйҙары гөрләп тора...
Эх, йәйҙең рәхәттәре!
Рубриканы Р.САФИНА алып бара.
Читайте нас