Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҺЫУҺАНЫМ, ҺЫУҘАР БИРЕГЕҘ...

Сыҙап торғоһоҙ эҫе көндәрҙә сарсауҙы нисек баҫырға, һыуһынды ҡандырырға? Эҫе сәй тирләтә, һалҡын һыу тамаҡҡа тейә, саманан тыш күп һыу эсеү организмға зыян килтерә, ни өсөн тигәндә, ул йөрәк һәм бөйөр эшмәкәрлегенә йөктө арттыра. Белгестәр, эсеп туя алмағанда, йотомлап ҡына эсергә кәңәш итә. Ул саҡта һыуһын тиҙерәк ҡана. Һыу эсеүҙе кәметәм тиһәң, тоҙҙо аҙыраҡ ҡулланырға кәрәк. Ә шулай ҙа сарсағанда ҡайһы эсемлек һыуһынды яҡшыраҡ ҡандыра һуң?

м
Компот
Иң мөһиме - ул артыҡ татлы булмаһын. Иң шәбе - кипкән еләк-емештән әҙерләнгәне. Шулай уҡ мүк еләгенән яһалған морс менән гөлйемеш һыуы ла тамаҡ кибеүен баҫа. Әгәр һыуға лимон киҫәге өҫтәһәң (йәки башҡа цитрус емеш), һыуға ҡарағанда, сарсау тиҙерәк баҫыла.
Сейә компоты
Сейәнән компот өсөн 2 стакан һыу, 300 г. сейә, 1 стакан шәкәр ҡомо, 3 бөртөк ҡәнәфер кәрәк.
Сейәне йыуырға, һөйәгенәнн айы­рырға. Һөйәген һыуға һалып ҡайнатырға, һыуын ғына айырып алырға ла уға шәкәр ҡомо менән ҡәнәферҙе ҡушып, ҡайнатып сығарырға. Ошо сиропты сейәгә һалып, ҡаплап ҡуйырға. Һыуынғандан һуң компотты һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк.

Йәшел сәй
Эҫелә тамаҡ кибеүҙән һаҡлаусы шәп эсемлек. Өҫтәүенә, ул ҡара сәйҙән айырмалы булараҡ, бәүелде ҡыуҙырмай. Йәшел сәй ҡаты яһалмаҫҡа тейеш.
Айран
Ҡатыҡтан йәки ҡороттан айран һыулап эсһәң,тамаҡ та туя, һыуһын да ҡана. Тик ул быуынға төшә.

Минераль һыу
Эҫелә организмға кәрәкле натрийҙы күп юғалтабыҙ. Ә бына бер шешә минераль һыу уны тултырырға һәм сарсауҙы баҫырға ярҙам итә.

Кеүәҫ
Һыуһынды яҡшы ҡандыра. Иң һәйбәте — икмәк һәм сәй кеүәҫе. Уның яңы яһалғаны, артыҡ шәрбәтле булмағанын алырға тырышығыҙ.

Газлы һыу
Шәкәре күп булыу арҡаһында газлы һыу һыуһынды насар ҡандыра.
Ниндәй генә эсемлек эсһәк тә, шифаһы булһын. Һау-сәләмәт булайыҡ!
Р.САФИНА.
Читайте нас: