Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Алмаға кем һөжүм итә?

Быйыл ҡоротҡостарҙың күп булыуына иғтибар иттегеҙме? Яҙҙың иртә килеүе, йәйҙең эҫе булыуы төрлө ҡортҡостарға үрсергә бөтөн уңайлыҡтар булдырҙы. Йәй буйы улар менән төрлө саралар күреп көрәшәбеҙ. Еңеү байрағы йә теге яҡҡа, йә был яҡҡа күсә. Баҡсамда өс алма ағасы бар. Уларға ун биш йыл самаһы бар инде. Ҡарт ағастар. Береһе быйыл ял итә. Икәүһенең уңышы буласаҡ. Матур ғына алмаланған ағастарға бет төштө! Тәүҙә халыҡ ысулдары ҡулландым, улары ярҙам итмәгәс, дарыуҙар һиптем. Инде ниндәй саралар күрергә белмәгәс, Борай районындағы “Алмағас” питомнигы хужабикәһе Ғәлиә Муллаян ҡыҙы Мөғәллимоваға мөрәжәғәт иттем. Ул алмағастар тураһында күп белә.

  • - Алмаға иң ҙур зыян килтергәне – япраҡҡа төрөнөп йәшәгән ҡоротҡос. Ул алманың бөрөһөн, япрағын ғына ашап ҡалмай, емешенә лә ҙур зыян килтерә. Төп зыянды ҡаршлауыҡтары клитерә. Ҡайһылыр төрҙәре йомортҡа һала ла, шулары ҡышты сыҡҡас әүҙемләшә. Ҡаршлауығы
  • япраҡҡа төрөнөп сыға. Һаҡланыу саралары ябай ғына һымаҡ: көҙөн эргә-тирәһен таҙартыу, яҙын олондарын аҡлау. Химик сараларҙан Герольд, ВСК, Авант, Алиот, Фуфанон – Нова кеүек дарыуҙарҙы ҡулланыу.
    Тағы ла алмаға емеш талпандары ҙур зыян килтерә. Әгәр емештәре ҡарайып, япраҡтары ҡойола башлаһа, тимәк был емеш талпанының эше. Йомортҡаһын олондоң сатнаған урындарында һала. Ҡышты ла шунда үткәрә. Йәйгеһен инә ҡорттар алһыу төҫтә, көҙгә ҡыҙара. Ауҙар эшләп, япраҡты төрә. Бер ағаста улар бик күп булыуы ихтимал. Беттәрҙең нинләй генә төрөн алма – Биокил, Фитоверм, Аполло кеүек дарыуҙар бик ярҙам итәсәк.

    Автор фото: Richard Wilde - Сфотографировано загрузившим, Общественное достояние, https://commons.wikimedia.org/w/index.php?curid=1566058

  • Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.
    Читайте нас: