Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ер бөрсәһенән нисек ҡотолорға?

Иртән генә баҡсаға һыу һипкәндә бер нәмә лә юҡ ине! Кисен сыҡһам бер түтәлде тотош ер бөрсәһе ялмап алған. Ҡап-ҡара бөрсәләр болот кеүек һикерешеп шалҡан япраҡтарын кимерә генә. Шунда уҡ “Россельхоз”дың Башҡортостан буйынса филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге белгесе Сергей Ғәзизовҡа шылтыраттым.

- Әүернә сәскәлеләренә зыян килтергән ер бөрсәһе тиҙ тарала. Кәбеҫтә, редис, шалҡанды йәһәт ашап бөтөрә. Тәбиғәттә был бөрсәләр гәрсис, көтөүсе муҡсайы һәм башҡа үләндәрҙе ашай. Ә баҡсала иһә үрҙә телгә алынғандар менән туҡлана. Улар иртә яҙҙан, һауа температураһы 15 градустан ашҡанда уяна ла, әүҙем рәүештә үрсей башлай, йомортҡа һала. Үҙҙәре йомшаҡ һәм йәш япраҡтарҙы яратып ашай, ә ҡаршлауыҡтары йәш тамырҙар менән туҡлана. Бөрсәләр күп булһа, бер ике көндән үҫемлекте ҡорота.
Нисек көрәшергә һуң? Тәү сиратта түтәл гел генә дымлы булырға тейеш. Улар дымды яратмай. Икенсе ысул – япраҡтарға көл менән тәмәке оно һибеү! Улар бысраҡ япраҡтарҙы яратмай. Көлдө эҫе һыу менән бешереп, ошо һыуға йәшел һабын ҡушып һиптереүҙе лә үҙ итмәйҙәр. Әрем һәм помидор япраҡтарын да бешереп һибеү ярҙам итер. Әгәр ҙә был ысулдар ярҙам итмәһә, дарыуҙар ҡулланыу фарыз. Карбофос, “Актара”, “Децис”, “Арриво”, “Шерпа” ярҙам итәсәк.
Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.
Читайте нас: