Тәжрибәмдән алып әйтәм – иң еңел ҡотолоу юлы – ҡарасҡы. Тик ҡымшанмай, елпелдәмәй торғанынан улар ҡурҡмайҙар. Быны иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡалай банкалар, шешәләр урынлаштырырға була. Магазинда балалар өсөн яһалған төрлө ел әйләндергестәр уларҙы ҡурҡыта. Уларҙың иң ҡуҡрҡҡаны – бесәй. Ихатағыҙҙа бесәй булмаһа – иҫке бүректәр элеп бер ни тиклем һаҡланырға була. Мин тағы ла бер ҡыҙыҡ сара уйлап таптым. Балаларҙың иҫке тубына ярылған көҙгө валсыҡтарын йәбештерҙем дә, элеп ҡуйҙым. Ҡояшлы көндә ул ялтырап, ҡоштарҙы ҡурҡыта.
Хужалыҡ тауарҙары магазиндарында ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ябып ҡуйыр өсөн селтәр һатыла. Ул да һәйбәт ярҙам итә,- тип билдәләй Айһылыу.
Иң мөһиме, ҡоштарҙы ҡурҡытҡанда артығыраҡ тырышып ташламағыҙ, күрелгән саралар уларға зыян килтермәһен. Барҡылдаҡтар баҡсасыға дошман ғына түгел, дуҫ та! Емеш өлгөрмәгәнгә тиклем баҡсалағы бөтөн зарарлы ҡаршлауыҡтарҙы йыйып ашай улар.
Мин иһә баҡсамда ҡоштарға ҡаршы ҡағыҙ осорғос ҡуйҙым. Уныһы ҙур бөрөкөт кеүек итеп эшләнгән. Шунан барҡылдаҡтар ҙа, ҡарғалар ҙа, һайыҫҡандар ҙа ҡурҡа!