Эслек өсөн муйылды ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәләр. Яңы йыйылған муйылдан эшләнә. Кипкән муйыл булһа, тәүҙә 8-10 сәғәт һыуҙа ебетеп алалар. Эслеккә тәменә ҡарап шәкәр һәм май ҡушыла.
Муйылды бер юлы әҙер эслек итеп эшләп ҡуйырға ла була. Йыйған ыңғайы муйылды бер-нисә тапҡыр ит тартҡыс аша үткәреп, шәкәр, ҡаймаҡ йә повидло ҡушып болғап, һыуытҡыста йә туңдырғыста һаҡлайһың.
Асығауыҙ бешереү өсөн ғәҙәти ләүеш ҡамыры алабыҙ, әсе йәки сөсө ҡамыр булһа ла ярай. Ҡамыр өсөн он, эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, май яҙғанда сыҡҡан айранды ҡулланырға ла була)
1 балғалаҡ ҡоро сөпрә, 3 йомортҡа, 1 ҡап аҡ май йәки маргарин, 2 балғалаҡ шәкәр, стакан ярым һөт, самалап тоҙ алына.
Муйыл онтағы, шәкәр, аҡ май, ҡайнар һыу йәки һөт кәрәк буласаҡ.
Ҡоро сөпрәне аҙ ғына йылымыс һыуға һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе он ҡушып, туғырға һәм ҡабарып сыҡҡансы ултыртып торорға.
Аҙаҡ йомортҡа һәм тоҙ ҡушып туғырға. Йомшартылған маргарин, шәкәр, йылы һөт ҡойорға һәм ҡабарып сыҡҡан сөпрәне һалып, ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫырға.
Йылы урынға ҡабартырға ултыртып торорға.
Эслек өсөн муйыл онона ҡайнар һөт йәки һыу һалып ярты сәғәт бешекләп алабыҙ, тәменә ҡарап шәкәр, май ҡушабыҙ.
Ҡабарған ҡамырҙы 45-50 грамлыҡ өлөштәргә бүлеп, йоморо шарҙар әүәләйбеҙ. Уларҙың һәр береһен түңәрәкләп йәйәбеҙ.Сөсө ҡамырҙан яһағанда йоҡа ғына итеп йәйеп, дүрткел өлөштәргә бүләбеҙ. Уртаһына әҙер эслекте һалабыҙ. Йәймәнең ҡапма-ҡаршы ике осон тотоп семтеп йәбештерәбеҙ, ә ҡалған ике осо асыҡ ҡала, асығауыҙ тигән исеме лә шунан килеп сыҡҡан. Өҫтөн йомортҡаның һарыһы менән майлаһаң, асығауыҙ бигерәк тә ымһындырғыс күренер.
Табаға йәки формаға теҙеп, мейестә (духовкала) 200 градуста йөҙө килгәс, 20-30 минут самаһы бешереп алабыҙ.