Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
25 Август 2020, 14:15

Бәшмәккә мул мәл

Республикабыҙ урман-яландарында үҫкән бәшмәктең алтмышҡа яҡыны ашарға яраҡлы. Тик бәшмәкселәр уларҙың ике тиҫтәгә яҡынын ғына йыя, ә күптәрҙең танып белгән бәшмәге биш-алтынан артмай. Шулар иҫәбенә иң таралғандары – аҡ, һары, майлы, сатыр, ҡайын, уҫаҡ бәшмәктәре, аҡ көлтә инә. Үҙҙәренең составы яғынан бәшмәктәр емеш-еләккә яҡын, уларҙа кеше организмы өсөн файҙалы матдәләр бар. Шулай ҙа уларҙы белеп ҡулланырға кәрәк. Бәшмәк йыйыуҙы «тыныс һунар» тип йөрөтһәләр ҙә, белмәгән бәшмәктәрҙе йыйыу һәм ҡулланыу бик хәүефле. Бәшмәкселәр яратып йыйғандарының береһе – аҡ бәшмәк. Ул республикабыҙҙың урман-таулы райондарында августан октябрь урталарынаса күпләп осрай, уға тәүге ҡырауҙар ҙа ҡурҡыныс түгел. Киҫкәндә, киптергәндә һәм бешергәндә үҙенең аҡ төҫөн юғалтмағанға шундай исем алған, уны «бәшмәктәр батшаһы» тип тә атайҙар. Тәмле, туҡлыҡлы, витаминдарға бай булыуы менән урман аҙыҡтарының барыһынан да тиерлек өҫтөн тора. Уны ҡыҙҙырып ашарға, төрлө ризыҡ әҙерләргә, тоҙларға, маринадларға мөмкин. Һаҡлау өсөн иң яҡшы ысул – киптереү. Бының өсөн уны йыуып тороу кәрәкмәй. Кипкән бәшмәк хатта үҙенең хуш еҫен дә һаҡлай, ҡышын унан танһыҡ аштар әҙерләнә.

Республикабыҙ урман-яландарында үҫкән бәшмәктең алтмышҡа яҡыны ашарға яраҡлы. Тик бәшмәкселәр уларҙың ике тиҫтәгә яҡынын ғына йыя, ә күптәрҙең танып белгән бәшмәге биш-алтынан артмай. Шулар иҫәбенә иң таралғандары – аҡ, һары, майлы, сатыр, ҡайын, уҫаҡ бәшмәктәре, аҡ көлтә инә. Үҙҙәренең составы яғынан бәшмәктәр емеш-еләккә яҡын, уларҙа кеше организмы өсөн файҙалы матдәләр бар. Шулай ҙа уларҙы белеп ҡулланырға кәрәк. Бәшмәк йыйыуҙы «тыныс һунар» тип йөрөтһәләр ҙә, белмәгән бәшмәктәрҙе йыйыу һәм ҡулланыу бик хәүефле.
Бәшмәкселәр яратып йыйғандарының береһе – аҡ бәшмәк. Ул республикабыҙҙың урман-таулы райондарында августан октябрь урталарынаса күпләп осрай, уға тәүге ҡырауҙар ҙа ҡурҡыныс түгел. Киҫкәндә, киптергәндә һәм бешергәндә үҙенең аҡ төҫөн юғалтмағанға шундай исем алған, уны «бәшмәктәр батшаһы» тип тә атайҙар.
Тәмле, туҡлыҡлы, витаминдарға бай булыуы менән урман аҙыҡтарының барыһынан да тиерлек өҫтөн тора. Уны ҡыҙҙырып ашарға, төрлө ризыҡ әҙерләргә, тоҙларға, маринадларға мөмкин. Һаҡлау өсөн иң яҡшы ысул – киптереү. Бының өсөн уны йыуып тороу кәрәкмәй. Кипкән бәшмәк хатта үҙенең хуш еҫен дә һаҡлай, ҡышын унан танһыҡ аштар әҙерләнә.
Читайте нас: