Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
28 Август 2020, 17:10

Аш-һыу: ҡышҡылыҡҡа лечо

Ҡайнатмалар менән эште бөтөрөүгә, ҡышҡылыҡҡа салаттар, лечолар әҙерләү мәле етә.

Хужабикәләргә ярҙамға рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Өс килограмм болгар боросо,
ике килограмм помидор,
100 грамм шәкәр ҡомо,
ике аш ҡалағы тоҙ,
ике аш ҡалағы 9 процентлы һеркә,
90 миллилитр үҫемлек майы кәрәк.
Боросто йыуып, уртаға бүлеп, эсендәге орлоҡтарынан таҙартып, киҫәктәргә бүләбеҙ.
Шунан бешкән помидорҙарҙы йыуып, өс-дүрт минутҡа эҫе һыу ҡоябыҙ. Һыуыҡ һыуға һалып тышын әрсейбеҙ. Артабан ит турағыс йәки блендер аша үткәрәбеҙ. Уға шәкәр ҡомо, тоҙ, үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ.
Борос киҫәктәрен өҫтәйбеҙ. Талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ярты сәғәт бешерәбеҙ ҙә һеркә һалабыҙ.
Шунан банкаларҙы боҫта тотабыҙ ҙа әҙер массаны тултырабыҙ. Ҡышҡылыҡҡа салат әҙер.
Икенсе рецепт
2-шәр кг помидор, татлы борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо алына.
Помидорҙарҙы ярымҡулсалап турап, эмаль кәстрүлдә 5 минут ҡайнаталар. Боросто һаламлап турап, өҫтөнә 1 стакан һыу ҡойоп, айырым кәстрүлдә 10 минут ҡайнаталар. Һуңынан помидор менән борсото бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр ҡомо өҫтәп, тағы 5 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултыралар.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: