- Күп йыллыҡ сәскәләр – флокс, астра, дильфиниум, лилиә, ландыш, примулаларҙы бүлеп, яңы урындарға ултыртырға була. Һау бөрөлө үҫентеләрҙе ултыртығыҙ, ә ауырыуҙарҙы екатор менән киҫеп ташлағыҙ, киҫелгән урынын ағас күмере менән һибеп ҡуям. Шулай итһәң, ауырыу ҙа инмәй, серемәй ҙә. Һәр үҫентене башта алһыу төҫлө марганцова иретмәһенә тығып алам. Был ысул ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә шәп.
Үҙемдең баҡсала пиондарҙы бүлеп, күсереп ултырттым. Август аҙағы – сентябрь башы быға бик ҡулайлы осор.
Розаларҙы ла ҡышҡа әҙерләй башларға кәрәк. Кипкән сәскәләрен, ботаҡтарын алырға, ҡыуаҡтың уртаһынан үҫеп сыҡҡан йәш ботаҡтарын киҫергә ваҡыт. Әгәр ауырыуҙар күренһә 1 процентлы сода иретмәһе йә Фитосоприн – М препараты менән эшкәртегеҙ.
Клематис – бик иркә ҡыуаҡ. Уға әле фосфор һәм калий кәрәк: 0,5 аш ҡалағы суперфосфат һәм калий бер ҡыуаҡҡа етә. Икенсе йылды клематис матур һәм эре сәскәләр менән ҡыуандырһын тиһәгеҙ, бор кислотаһының 2 граммын бер стакан эҫе һыуҙа иретегеҙ. Был ҡатнашманы 10 литр һыуға һалырға ла ҡыуаҡҡа һибергә кәрәк.
Иристарҙы ла икенсе урынға күсереп ултыртырға була. Был эште сентябрь аҙағына тиклем атҡарып ҡуйығыҙ. Иристың тамырҙары ныҡ. Уларҙы ҡул менән генә һндырып бер аҙ киптерегеҙ, күмер онтағы һибегеҙ. Япраҡтарын 10 – 15 сантиметр оҙонлоҡта ғына ҡалдырырға кәрәк. Ултыртҡанда тамырҙарҙы 5 – 7 сантиметр тәрәнлеккә генә ултыртығыҙ, - тип кәңәштәрен йәлләмәй Мәнәүәрә Сөләймән ҡыҙы.
Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.