Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
28 Август 2020, 11:45

Йәй эҫе торғас, ҡарбуздар иртә өлгөрҙө быйыл

Ҡарбузды һайлап алғанда, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе белеү ҙә кәрәк. Беренсенән, уны май айында уҡ һатыуға сығарыусыларҙан алмауың хәйерле. Ҡарбуздың иң татлы мәле - август айы һанала. Ырымбур өлкәһенең Соль-Илецк ҡалаһы ҡарбуз үҫтереү буйынса илдә киң билдәле. Йыл һайын бында Ҡарбуз фестивале үтә. Татлы һәм тәмле еләктән төрлө фигуралар, телемдәр ҡуйыла, иң ҙур һәм татлы ҡарбуз үҫтереүсе билдәләнә. . Әйткәндәй, ҡарбуздың файҙаһы ла бик күп.

Ҡарбуздың 90 проценты һыуҙан тороуы һәр кемгә билдәле. Артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға теләүселәр уны шуға ла үҙ итә инде. Ҡарбуз диетаһы, ябығырға ғына ярҙам итеп ҡалмайынса, организмдан шлактарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе лә сығара. Әммә уны ябығыу маҡсатынан ғына ашарға кәрәкмәй, ҡарбуздың витаминдар һәм микроэлементтарға бай булыуы тураһында ла онотмайыҡ. Әйтәйек, ҡарбуз йомшағында нерв системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай һәм ҡауаҡ-бетсәләрҙе булдырмаҫҡа булыша торған В төркөмө витаминдары, иммунитетты нығыта һәм иртә ҡартайыуға ҡаршы көрәшә торған С витамины, арығанлыҡты бөтөрә һәм кәйеф һәм йоҡоно яҡшырта торған РР витамины, йөклө һәм бала имеҙә торған ханымдар, хәтерҙәрен яҡшыртырға теләүселәр өсөн кәрәк булған фолий кислотаһы бар.
Быларҙан тыш, ҡарбуз тимер, фосфор һәм кальцийға бай. Унда айырыуса магний күп. Магний организмдан насар холестерин сығара, тән тиреһен һығылмалы итә, ҡан баҫымын көйләй, бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Организмды көндәлек күләмдәге магний менән байытам, тиһәң, 150 гр ҡарбуз ашау ҙа етә.
Уның составындағы калий иһә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Әлбиттә, калий бананда ла бар. Тик ҡарбузда һыу күп булыуы әлеге файҙалы элементты үҙләштерергә ярҙам итә. Ҡарбуз дауалау сараһы булараҡ та ҡулланыла ала. Уның организмдан шлактарҙы сығарыуын иҫтә тотоп, ҡарбузды зарарлы производствола эшләүселәргә тәҡдим итәләр. Бөйөр һәм бауыр, атеросклероз, гипертония һәм эсәклек ауырыуҙарынан яфаланыусыларға уны күпләп ашарға кәрәк. Әммә бөйөрҙәре менән айырыуса проблемалар булғандарға уны һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Уларға бары ике-өс телем генә ҡарбуз ашарға мөмкин.
"Башҡортостан" гәзите файҙаланылды.
Читайте нас: